Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәтен, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын юлдағы соҡорҙарҙы яй ремонтлауҙа тәнҡитләне.Төбәк етәксеһенә баш ҡаланың Оло Граждандар менән Халтурин урамдары киҫелешендәге ремонт барышын күрһәттеләр. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов соҡорҙарға ҡойолған асфальт һалыныуы (был эште еүеш мәлдә лә башҡарырға мөмкин) хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса мобиль ҡушымтаның версияһын күрһәтеүҙе һораны. Ул Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына был эште октябрҙә үк ҡушҡайны. Әммә мобиль ҡушымта республика етәксеһен ҡәнәғәтләндермәне. Етешһеҙлектәре күп һәм бик ҡатмарлы тигән фекерҙә ул.
“Мобиль ҡушымта ябай булырға тейеш: кеше унда инһен, юлдағы соҡорҙо фотоға төшөрһөн һәм ебәрһен. Артабан тейешле хеҙмәттәр үҙ эшен башҡарырға, ремонт башланырға тейеш. Мобиль ҡушымтала әлегә бер ниндәй шәхси кабинеттар булдырырға кәрәкмәй – ниңә барыһын да ҡатмарлаштыраһығыҙ, кешеләрҙе ҡурҡытаһығыҙ? Исеме лә иҫ китерлек түгел – “Юл мастеры”. Башҡа креатив идеялар юҡмы ни? Мине юлдағы соҡорҙарҙы йүнәтеү буйынса регламент ваҡыт та ҡәнәғәтләндермәй. Өс көн – бик оҙаҡ. Бындай тиҙлек менән соҡорҙарҙы йыл аҙағына тиклем ямаясаҡһығыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Өфөлә бөгөнгә тиклем 65 соҡор йүнәтелгән. Республика етәксеһе был күрһәткестең күпкә күберәк булырға тейешлеген белдерҙе.
“Көнөнә кәм тигәндә 500 соҡор ямалырға тейеш, – тине ул. – Шулар арҡаһында автомобилдәр боҙола, тәгәрмәстәр тишелә, юл-транспорт фажиғәләре булып тора. Тиҙҙән дача миҙгеле асыла, халыҡ күпләп баҡсаларға ағыласаҡ. Һеҙҙең эшегеҙ тиҙ һәм сифатлы башҡарылырға тейеш”.