Мәскәү блогеры сибайҙарҙы кәмһетергә маташҡан16.03.2019
Һуңғы ваҡытта Сибайҙағы экологик хәлдән файҙаланып үҙҙәренә арзан “абруй” яулаусылар арта. Шундай хәлдәрҙең береһе бөгөн булған.

Мәскәү блогеры Никита Исаев менән ҡала халҡы араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан. Сәбәбе: социаль селтәр аша был кеше сибайҙарҙы осрашыуға саҡырып, ошо хәлгә түҙгәндәре өсөн уларҙы “әхлаҡи яҡтан тарҡалғандар” һәм “ҡурҡаҡтар” тип атаған. Хәйер, пост аҙаҡ юйыла, әммә уны ҡулланыусылар скриншот яһап, киң йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарырға өлгөрә.

Халыҡ менән осрашыуҙа төп һорауҙарҙың береһе “Һеҙ ни өсөн килдегеҙ?” була. Сибайҙар үҙҙәренә ҡарата тупаҫ мөнәсәбәтте ҡабул итмәүен белдерә һәм ситтән килгән килмешәктәрҙең халыҡ араһында абруй яуларға ынтылыуына, һаман булһа “һыуҙы болғатырға” тырышыуына юл ҡуймаясағын асыҡ әйтә. Мәскәү блогерының килтергән дәлилдәре уңышһыҙлыҡҡа осрай, улай ғына түгел, магазиндан ҡайтып барған берәү һатып алған онон Никита Исаевҡа һибә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай карьерына һыу тултырыу планға ярашлы алып барыла. Уны тамамлау ваҡыты 26 март тип билдәләнгән.


Вернуться назад