Хеҙмәттән бер аҙ арынып...16.03.2019
Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡаршыланы.

Йылылыҡ, һыу, газ селтәре хеҙмәткәрҙәре, ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре һәм урындағы эшҡыуарҙар был көндә үҙ оҫталығын гер күтәреү, йөҙөү, шашка, дартс аша һәм ҡул көсөн һынашыуҙа күрһәтте. Бергәләшеп арҡан тартыу һәм “Күңелле старттар” ярышы ла бик ҡыҙыҡлы үтте.

– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 1998 йылдан эшләйем, беҙҙең хеҙмәттә физик әҙерлекһеҙ мөмкин түгел, – ти “Баймаҡ һыу селтәре” йәмғиәтенең баш инженеры Шәфҡәт Ҡашҡаров. – Волейбол, футбол уйнарға яратам, саңғыла йөрөйөм, шашканы ла үҙ итәм. Ошондай ярыштар көндәлек көсөргәнеште бөтөрөүгә ярҙам итә, дуҫтар менән осрашаһың, яңы көс туплайһың. Быйыл ярышта йәштәрҙең булыуы ҡыуандыра, тимәк, спортты ғына түгел, эште лә йәштәргә лайыҡлы тапшырырға мөмкин.

“Йылылыҡ селтәре” йәмғиәте директоры Айрат Сөләймәнов әйтеүенсә, әле уларҙан 23 кешенән торған команда ҡатнаша. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе үҙе теләгән спорт төрө буйынса көс һынаша.

“Үҙем йөҙөүҙә ҡатнашам. Тап ошондай сараларҙа бер-береңде яҡшыраҡ белеү мөмкинлеге арта. Һау-сәләмәт, физик яҡтан көслө хеҙмәткәр эштә лә бар яҡлап әүҙем була”, – ти Айрат Сөләймәнов.

Халыҡҡа коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиеларҙың көндәлек эше ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнлеген күптәр белеп тә, аңлап та бөтмәйҙер. Беҙҙең фатирҙағы йылылыҡ, яҡтылыҡ, таҙалыҡ һәм крандарҙа һәр саҡ һыуҙың ағып тороуы – тап улар иңендә. Үҙҙәрен байрамдары менән ҡотлайыҡ, хеҙмәттәренә ҡарата һәр саҡ ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ.


Вернуться назад