Эш 15 майҙа башлана16.03.2019
Һуңғы йылдарҙа ихаталарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән “Уңайлы ҡала”, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” һ.б. махсус программалар ярҙамында Сибайҙа байтаҡ эш башҡарылып, һөҙөмтәлә ҡала заманса йөҙ ала бара.

Былтыр федераль һәм республика ҡаҙналарынан проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 19,4 миллион һум аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә конкурста еңеп сыҡҡан йорттарҙың ихаталарына асфальт түшәлгән, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары тәртипкә килтерелеп, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Ғөмүмән, Сибайҙың был йәһәттән ҙур тәжрибәһе бар. Быйыл өҫтәүенә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 36 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорт бүлегенең баш белгесе Марс Мусин әйтеүенсә, ҡайһы йорттарҙың ихаталары төҙөкләндереләсәге билдәле: исемлек фатир милекселәренең йыйылыш үткәреп, заявка биреүе нигеҙендә төҙөлгән. Эш 15 майҙа башланып, 1 сентябрҙә тамамланасаҡ.

Ихаталары төҙөкләндереләсәк йорттар исемлегенә Белов урамы, 24, 26, 28, 30, 38, 40; Чайковский урамы, 22, 22/1; Таусы проспекты, 34, 36; Цеткин урамы, 2, 6; Октябрҙең 40 йыллығы урамы, 56; Ленин урамы, 27 адрестары буйынса урынлашҡандар ингән.

Ҡаланың Чайковский, 18 адресы буйынса урынлашҡан йортонда йәшәүсе Флүрә Хәсәнова (һүрәттә) үҙҙәренең былтыр “Уңайлы ҡала мөхите” программаһында ҡатнашыуын ыңғай яғын телгә алды.

– Яҙ һәм көҙ айҙарында ихатанан үтеп булмай торғайны: һыу менән тулған соҡорҙар, бысраҡ үҙәккә үтә ине. Әлеге программала ҡатнашыу өсөн йортта йәшәүселәрҙән ҡултамға йыйҙыҡ, һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Ана хәҙер ямғыр яуһа ла, ҡар эреһә лә, тротуарҙар күтәртелгән, таҙа. Әлбиттә, бының менән генә туҡтап ҡалырға иҫәбебеҙ юҡ, әле балалар майҙансығын яңыртыу теләгебеҙ бар, – ти Флүрә Ғәҙелша ҡыҙы.


Вернуться назад