“Урал батыр” йыйҙы балаларын18.03.2019
Башҡорттоң рухи хазинаһы булған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын үткәреү Сибайҙың белем биреү учреждениеларында матур йолаға әүерелгән.

Мәшһүр әҫәргә халҡыбыҙҙың аҡыл-зиһен нигеҙҙәре, йәшәйеш ҡанундары тупланған. Уның йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәткә, ололарҙы ихтирам итергә, кеселәргә ҡарата кеселекле булырға, тыуған ереңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү – быларҙың барыһы ла урын алған эпоста.

Ҡалала Сәсәндәр мәктәбенең уңышлы эш башлауы ҡыуандыра, тимәк, күсәгилешлек дауам итәсәк әле. Һуңғы йылдарҙа “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында ла үтә.

Быйыл мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы бәйгелә 44 йәш һүҙ оҫтаһы һынау тотто. Конкурс республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланды.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова әйтеүенсә, йәш быуынды халыҡ ижадына ылыҡтырыу, сәсәнлек традицияларын дауам итеү, балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатын алған конкурсҡа уҡыусылар үҙҙәре генә әҙерләнмәй – был эштә, уҡытыусыларҙан тыш, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә ихлас ҡатнаша. Эпосты күмәкләп тиерлек ятлау, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү төрлө быуын вәкилдәрен рухи йәһәттән тағы ла нығыраҡ берләштерә.

Һөҙөмтәлә конкурс бик матур, йәнле үтте. Еңеүселәр тип Гөлназ Мөхәмәтйәрова (8-се мәктәп), Илназ Исхаҡов (гимназия-мәктәп) һәм Тимур Байрамғолов (9-сы лицей) танылды. Афарин!


Вернуться назад