Сибайҙарҙы Забелин ҡабул итте16.03.2019
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Сибай ҡалаһында граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

Сара алдан яҙылыу буйынса ойошторолдо. Халыҡ башлыса инвалидлыҡ юллау (шул иҫәптән ауырыу балаларға), бушлай дарыу алыу, диагнозды ваҡытында һәм дөрөҫ ҡуйыу, Сибай үҙәк дауаханаһында сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү, хәрби ветерандарҙы реабилитациялау, шифаханаларға урынлаштырыу, БДМУ-ға маҡсатлы йүнәлтмә юллау һымаҡ мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеп, һорауҙарына төплө яуап алды.

Шулай уҡ онкология сире менән яфаланғандар үҙ проблемалары менән уртаҡлашты, ҡалалағы экология өсөн борсолғандар төрлө тәҡдимдәрен еткерҙе.

Граждандарҙың ҡайһы бер һорауҙары урында уҡ хәл ителһә, икенселәрен министр вазифаһын башҡарыусы шәхси контроленә алды. Эш сәфәре барышында Максим Забелин шулай уҡ Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән осрашты, үҙәк дауаханала булды, медицина хеҙмәткәрҙәрен күреп һөйләште.

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, халыҡтың һаулығы буйынса проблемаларҙың күбеһе – ҡалала тар белгестәрҙең етешмәүенән. Өфө табиптары бында эшен дауам итәсәк. Ошоға тиклем сирлеләр араһында көкөрт диоксиды менән ағыуланыу осрағы теркәлмәгән.

Әле Сибай үҙәк дауаханаһына ике табип-педиатр ҡабул ителгән, эколог эшкә урынлашып йөрөй. Ғөмүмән, хеҙмәткә тар белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса етди эш алып барыла.




Вернуться назад