"Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне"16.03.2019
Бөрйән районының Байназар ауылында бөйөк ғалим-фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған ерен, халҡын ихлас яратҡан яҡташыбыҙ Әхмәт Сөләймәновтың Хәтер кисәһе үтте.

15 мартта уға 80 йәш тулған булыр ине.

“Әхмәт Мөхәмәтвәли улы бөтөн йөрәге менән тыуған Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне, – тине сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. – Беҙ уны шул ҡәҙәр изге күңелле, кешелекле, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер торған оло дуҫыбыҙ итеп белдек. Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә, үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән Әхмәт ағайҙың исеме, хеҙмәттәре халҡы хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ”.

Сығыш яһаған һәр кем – шәхестең балалары, яҡташтары, ауылдаштары, туғандары, баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар – Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлназ Ғәлина, Республика халыҡ ижады үҙәгенән Нәфисә Тулыбаева менән Гөлгөнә Баймырҙина һ.б. – Әхмәт Мөхәмәтвәли улын йылы хәтирәләр, һағыш, ғорурлыҡ менән иҫкә алды, яҡты рухының, оло хеҙмәттәренең, изге ғәмәлдәренең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәгенә инаныуын белдерҙе.

Хәтер кисәһе халыҡ йырҙары менән үрелеп барҙы.


Вернуться назад