"Беҙҙең аралағы ышанысҡа күптәр көнләшер"15.03.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырым менән Севостополдең Рәсәйгә ҡушылыуына биш йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашты.

Байрам саралары, митингтан һуң Дәүләт Думаһы һәм Ҡырым Республикаһы Советтарының берҙәм ултырышы үткәрелде. Унда Радий Хәбиров та журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

– Биш йыл элек Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бәйле ниндәй тойғо кисерҙегеҙ?

– Илебеҙ өсөн ғорурлыҡ. Шулай уҡ Ҡырым халҡы өсөн дә: улар үҙҙәрен батырҙарса тотоп, берҙәм фекерҙә Рәсәй составына инергә ҡарар итте. Был – ҙур ваҡиға, уның оло әһәмиәтен әлегә аңлап та еткермәйбеҙҙер.

Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандың беренсе көндәренән алып Башҡортостан уға шефлыҡ ярҙамы күрһәтә башланы. Хәҙер беҙ, бер-беребеҙҙән алыҫта булһаҡ та, туғандаш республикаларбыҙ. Мин Ҡырым Башлығына ауыр ваҡытта ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәтлемен: белеүегеҙсә, ул Сибай балаларын үҙҙәренә саҡырып, шифахана-курорт ялы ойошторҙо. Әле, билдәле булыуынса, уларҙа 250 ҡыҙ һәм малай һаулығын нығытыуын дауам итә.

– Ҡырым менән берлектә ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла?

– Тәү сиратта – Евпаториялағы шифахана. Бөгөн беҙҙең Сергей Аксенов менән һөйләшеү булды. Ул ярҙам итергә, шул иҫәптән биләмәне киңәйтеүҙә булышлыҡ ҡылырға әҙер. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Ҡырым еренән үҙ өлөшөнә эйә буласаҡ.

– Бөгөнгө ултырышта “Диалог булмаһа, ышаныс та юҡ” тигән һүҙҙәр яңғыраны. Беҙҙең төбәктәр араһында аралашыу ниндәй кимәлдә?

– Арабыҙҙағы ышанысҡа күптәр көнләшә ала, тип уйлайым.


Вернуться назад