"Асыҡ ишектәр көнө"нә килегеҙ!15.03.2019
Уҡырға ҡайҙа барырға? Сығарылыш класс уҡыусылары араһынан берәүҙәр буласаҡ һөнәрен күптән билдәләп, үҙенә кәрәкле уҡыу йортон һайлап өлгөрһә, бәғзеләр өсөн был һорау асыҡ ҡала.

Йәштәрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, 22 мартта БДУ-ның Сибай институтында “Асыҡ ишектәр көнө” үтә. Теләгән һәр кем унда белем усағы тормошо һәм уҡырға ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән яҡындан таныша ала.

Һәр факультет вәкилдәре төрлө йүнәлештәрҙә оҫталыҡ дәрестәре, блиц-олимпиадалар үткәрәсәк. Шулай уҡ “Автомеханик”, “Робот техникаһы” тигән конкурстар ҡаралған.

Сара матур концерт менән тамамланасаҡ, еңеүселәргә бүләктәр, сертификаттар тапшырыла.


Вернуться назад