Яҙ гүзәле кем?15.03.2019
Бөрйән районының Байназар мәҙәниәт йортонда “Яҙ гүзәле-2019” конкурсы уҙҙы. Сара Башҡортостандың һәм олуғ шәхес Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арналды.

Финалда райондың ете һылыуы көс һынашты. Улар визитка әҙерләп сығыш яһаны, музыкаль, интеллектуаль конкурстарҙа, мода күрһәтеп ярышты, шулай уҡ Мостай Кәрим әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштереп, актерлыҡ һәләтен күрһәтте.

Төп бүләккә Әбделмәмбәт һылыуы Рәфилә Мәсәғүтова лайыҡ булып, “Яҙ гүзәле-2019” титулын яуланы.


Вернуться назад