Сибай таштарынан сквер төҙөлһә...15.03.2019
“Бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу” Бөтә Рәсәй конкурсынан сибайҙар ситтә ҡалманы. Улар Владимир Маяковский скверында “Көньяҡ Башҡортостанда тау сәнғәте оҫталары” тигән үҙенсәлекле проекты тормошҡа ашырырға тәҡдим иткән.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, был башланғыс хуплау тапһа, сквер тулыһынса реконструкцияланасаҡ, уның ял итеү урындары, эскәмйәләре, өҫтәл-ултырғыстары һ.б. төбәктә табылған таштарҙан (йәшмә, гранит һ.б.) эшләнәсәк. Аяҡ аҫтына плитәләр ҙә тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән таштарҙан һалыныр, ти етәксе.

Программаның төп шарттарының береһе – төҙөләсәк объект киләсәктә күпмелер килем килтерергә тейеш. Шулай уҡ йәйәүлеләр, ғаилә менән ял итеү өсөн урындар булдырыу мөһим. Ғөмүмән, ҡала халҡына ҙур уңайлылыҡ, матурлыҡ тыуҙырыу күҙ уңында тотола.

Өҫтәүенә скверҙа һәр кем тирә-яҡты танып белеү, ҡалала табылған таштарҙың әһәмиәте, ҡулланылышы, уларҙы нисек итеп файҙаланыу юлдары тураһында бай мәғлүмәт менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ.

Әйткәндәй, был конкурста ҡатнашыу өсөн 82 төбәктән 455 ғариза тапшырылған.


Вернуться назад