Хәйбулла районының барлыҡ белем усаҡтарында һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларында лиценциялы һаҡ хеҙмәте күрһәтелә.Уларҙың барыһы ла 2011 йылда Камил Маннапов етәкселегендә булдырылған “Дозор” йәмғиәте ҡарамағында. Әле ойошмала йөҙҙән ашыу кеше эшләй, улар 59 объектты хеҙмәтләндерә.
Райондың барлыҡ мәғариф учреждениеларына иҫкәртеү төймәләре, сигнализация, ул-был хәл була ҡалһа, тиҙ арала экипажға хәбәр итеү өсөн пульт урынлаштырылған.
“Дозор”ҙың дүрт машинаһы, “Аҡсарлаҡ” ял һәм һауыҡтырыу лагерын даими күҙәтеү өсөн ҡаргиҙәре лә бар.