Берәмләп һатыу компаниялары ассоциацияһы (АКОРТ) һәм Милли аяҡ кейеме союзы берлектә ошондай тәҡдим менән сыҡҡан. Ул яҡлау тапһа, быйыл 1 июлдән аяҡ кейемен маркировкалау индереләсәк һәм артабан чиптары булмағандарҙы һатыу, сит илгә сығарыу тыйыласаҡ. – Бындай тәҡдим баҙарҙың технологик һәм логистик үҙенсәлектәренә бәйле тыуҙы. Ул бизнес өсөн уңайлы буласаҡ, тауарҙы минималь сығым һалып маркировкалауға булышлыҡ итәсәк, ти тармаҡ белгестәре.
Етештереүселәр был системала быйыл 1 июлдән 1 октябргә тиклем теркәлергә тейеш. Артабан уларға ҡорамал биреләсәк.
Әле дарыуҙарға, тундарға, тәмәкегә, алкоголь төрҙәренә мотлаҡ маркировка ҡуйыла. 1 декабрҙән иһә шина, парфюмерия, фотоаппараттарға, ҡайһы бер еңел сәнәғәт продукцияларына һ.б. ошондай талап индереләсәк.