Уҡытыусыларҙы бында уҡыталар15.03.2019
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ойошторолоуға 85 йыл тулыу уңайынан ҙур тантана үтте.

– Юғары уҡыу йорто үҫеш юлында, һәр йәһәттән дә алдынғы, – тине институт ректоры Гөлназ Шафиҡова. – Мәҫәлән, былтыр беҙҙә 23 мең тирәһе уҡытыусы белемен камиллаштырған, ә бынан тыш курстар араһында белем һәм тәрбиә йүнәлешендә уҡыуҙар уҙғарыла.


Күркәм сарала Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, республика мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.


Вернуться назад