Крокодил “төрмәгә” ябылды15.03.2019
Ниһайәт, Австралияла хайуандарға даими һөжүм иткән 600 килограмлыҡ крокодил тотола. Ул йыл буйы илдең төньяғындағы Батерст утрауы кешеләрен бимазалай.

Шул арала крокодил 12 этте ашай, ә бер ваҡыт балыҡсыға ташлана. Күп кенә ялыуҙарҙан һуң полиция йыртҡысты аулай һәм участкалағы төрмә камераһына яба.

Аҙаҡтан уны крокодил фермаһына илтеп бирәләр. Унда 120 гектарҙағы биләмәлә һөйрәлеүсе хәүефһеҙлектә йәнә бер 50 йыл йәшәйәсәк әле.




Вернуться назад