Элекке көн Өфөләге йорттоң туғыҙынсы ҡатынан ике йәшлек ҡыҙын ташлаған, һуңынан үҙе лә һикергән 21 йәшлек ҡатынды бөгөн ҡулға алдылар.
Ул бәләкәй баланы үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Ҡатын 13 майғаса һаҡ аҫтында буласаҡ. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Шул тиклем дә бейектән һикереп тә, икәүһенең дә тере ҡалыу сәбәбе – аҫтағы ҡар өйөмөнөң ҡалын булыуы. Баланың хәле яҡшыра, уны реанимациянан ябай палатаға күсергәндәр.