Саҡмағош районында “Көнкүреш ҡалдыҡтарына – яңы һулыш” тип аталған конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Маҡсаты – йәш быуындың иғтибарын сүп-сар мәсьәләһенә йүнәлтеү, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Мауыҡтырғыс бәйгелә район мәктәптәренән 76 уҡыусы ҡатнашты. Ҡалдыҡ материалдарҙан да шул тиклем матур, нәфис, файҙалы әйберҙәр эшләп була икән! Пластик шешә, банка, ҡағыҙ ҡаптарҙан оҫталар ҡулы менән яһалған төрлө предметтар икенсе “йәшлеген” кисерә хәҙер. Конкурстың “Үҙ ҡулдарың менән эшләнгән уйынсыҡ”, “Ҡалдыҡтарҙан яһалған картина”, “Файҙалы әйбер”, “Кейем моделдәре”, “Бер тапҡыр ҡулланылыусы һауыт-һабанан әйберҙәр”, “Экофантазия”, “Экосумка” тигән номинацияларында еңеү яулаған бөтә балаларға ла тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерге килә.