Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта бик яҡшы йола йәшәй. Тәрбиәләнеүселәр Иҫке Байыштағы ҡарттар йортона йыш ҡына концерт менән барып, ололарҙың кәйефен күтәрә, яҡындан аралаша.
Был юлы ла осрашыу йылы, күңелле булды. Балалар йыр-бейеүҙән тыш, өлкәндәргә шатлыҡ һәм күтәренке кәйеф бүләк итте. Ә ололар үҙ сиратында олатай, өләсәй һөйөүен мул өләшеп, йәш быуынға тормош мәғәнәһе, яҡты донъяла үҙ урыныңды табыу буйынса кәңәштәрен бирҙе.