Киләһе йылдан Саҡмағоштағы I урта мәктәптең VII класс уҡыусылары француз телен өйрәнә башлаясаҡ.
Ә яңыраҡ уҡыусылар “Париж – хыял ҡалаһы!” тигән сарала класс етәксеһе менән бергәләп француздар иленә “сәйәхәт” итте, телдең һығылмалылығына һәм матурлығына һоҡланды. Балалар өсөн ҙур мөмкинлек асылды: улар хәҙер ике сит телде – инглизсәне һәм французсаны өйрәнәсәк.