Ҡайтырға вәғәҙә бирҙеләр15.03.2019
Илеш районында быйыл вуздарҙы тамамлаясаҡ студенттарҙың I асыҡ форумы үткәрелде.

Маҡсаты билдәле – йәш белгестәрҙе тыуған яҡтарына эшкә саҡырыу, хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү. Киләһе уҡыу йылына район мәктәптәренә ете математика, биш инглиз теле уҡытыусыһы талап ителә, шулай уҡ биология, химия, география, тарих, информатика фәндәренән дә белгестәр кәрәк буласаҡ.

Форумда ҡатнашыусылар райондың мәғариф, медицина, мәҙәниәт учреждениелары эше менән танышты, район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап алды.





Вернуться назад