Атайыңа алимент түләйәсәкһең...15.03.2019
Пенсия алды йәше граждандары балаларынан һәм элекке ирҙәренән йәки ҡатындарынан алимент ала башлаясаҡ. Бындай хоҡуҡҡа 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәшкә еткән ҡатындар эйә. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы 12 мартта ошо закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте.

Бығаса пенсия йәшенә еткән кешенең генә алимент юллау хоҡуғы бар ине. Пенсияға сығыу ваҡытын арттырғас, әлеге ҡанун дөрөҫлөккә тап килмәй башланы. Хәҙер был етешһеҙлек бөтөрөлдө.

Закон проектының авторҙары башланғыс пенсия алды йәше граждандарын социаль яҡтан яҡлаясаҡ тип иҫәпләй. Әммә коммунист депутат Алексей Куринный бындай аҙымды өлкән йәштәге кешеләрҙе ҡарауҙы өлөшләтә дәүләттән балалары иңенә һалыу тип һанай.




Вернуться назад