Бәхетленең ҡунағы бергә йөрөй08.06.2012
“Башҡорт халҡының 1812 йылдағы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә индергән өлөшө” тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу өсөн Өфөгә килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың Милли музейындағы сағыу күренешкә шаһит булды. Бында Рәсәй тарихы йылына арнап “Малоярославец эргәһендәге һуғыш” һәм “Башҡорт полктарының Парижға инеүе” тигән ике диорама эшләнгән.
Ватан һуғышының 200 йыллығына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика комитеты етәкселеге исеменән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне.
— Был һуғыштағы еңеү беҙҙең республика тарихы өсөн айырыуса мөһим, — тине ул. — Шуға ла 1812 йылғы ваҡиғалар нигеҙле өйрәнелә, ошо темаға байтаҡ фәнни хеҙмәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре бағышлана. Диораманы әҙерләй башлағанға тиклем күп нәмәне белмәгәнбеҙ икән, тип уйлап ҡуйҙыҡ, сөнки тарихи йәһәттән ҡиммәтле бихисап материал табылды.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров Рәсәй тарихын, башҡорт халҡының үткәнен өйрәнгән саҡта ниҙәргә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәклеген аңлатты, бының йәш быуын күңелендә ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләне.
Тантанаға Рәсәй төбәктәренән генә түгел, Болгария, Германия, АҠШ, Украина кеүек сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар килгән. Улар исеменән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығы етәксеһе Елена Сергеева, Дәүләт тарих музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Букреева сығыш яһаны.

М. ДАЯНОВ.


Вернуться назад