“Урҙай” нимә ул тиһегеҙме? Хәрби лагерь. Беҙ ҙә бөгөн урҙай ҡороп алдыҡ. Ҡәлғәбеҙ – ситәндән. Ике яҡта – яугирҙәр. Араларында Бабсаҡ бей, Шәғәле Шаҡман бей, Ҡарағужаҡ бей, Бикбау бей, Иҫке бей ҡаны уйнар батырҙар ҙа барҙыр әле.
Бөрйән районында барлыҡҡа килгән өр-яңы проект “Урҙайҙағы бер көн” тип аталды, ә әсәйҙәр ике көн эсендә бынамын итеп яугир кейемдәре текте.
“Толпар атым – уң ҡанатым” тигәндәй, атһыҙ башҡорт буламы? Өс йәштән һыбай менгәндәр әҙҙер ул хәҙер. Сатнатып башҡортса ат төҫтәрен әйтеп, ҡушаматын атап, аттарҙа елгәндәрен күргегеҙ киләме? Бөрйәнгә килегеҙ!
Туҙ һәм ҡаурый ҡанатлы, тимер башлы, бөрөз, сыраҡ башлы уҡтар. Уныһына алыҫ әле. Ошо бәләкәс кенә ҡулдар уларын да булдырыр. Ә әлегә – тәлтермәс! Тәлтермәс – балалар уғы. Шуны эшләр өсөн нисә көн ҡыялды икән малайҙар?..
Төркиә солтаны Фәтих Оҡ-майҙанда донъяның иң яҡшы уҡсылары өсөн ярыш ойошторған булған. Төрөктәрҙең Әҙернә ҡалаһына төрлө яҡтан сауҙагәрҙәр беше ағас, һыу һыйыры мөгөҙөн, биҙәү өсөн йылан тиреһен, кереш өсөн Ҡытай ебәген, йәнлек тарамышын, балауыҙ килтергәндәр. Дан әҙернәләр эшләү шунан ҡалған. Яу әҙернәһенә бүре тарамышы ҡуйып, мөкәтә ян яһап алалар.
Ә Мәсем тауына күтәрелгәндә, Бөрйән батыры Ҡарағөләмбәттең уғын биш пар үгеҙ тартҡан. Шәғәле Шаҡмандың яу әҙернәһе шундай ҙур булған, ул хатта янды аяҡ киреп баҫып, керешен ҡуш ҡуллап тартҡан.
Ҡорман, ҡалъян – шунан да яҡшы ниндәй һауыт бар уҡ һаҡларға тигәндәй, кейеҙҙән, яһалма тиренән теккәндәр уларҙы “яугирҙәр”.
Атайҙар һуң, атайҙар? Ярышып-ярышып ҡыуыш ҡорҙолар, усаҡ яҡтылар, поход шарттарында ағастан ҡалаҡ юндылар.
Ҡыҫҡаһы, проект старт алды. Ул дауам итәсәк.