Ошо көндәрҙә Иҫке Муса ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр осрашыуы булды. Унда Иҫке Бәпес, Олокүл ҡатын-ҡыҙҙары, шулай уҡ Мең ырыуына ҡараған Йәнбәк ауылы вәкилдәре саҡырылғайны.
Сараны ойоштороусы — ауыл китапханасыһы Миләүшә Мөхәмәтйәрова ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, йыйынды башлап ебәрҙе.
— 2017 йылдың авгусынан ауыл китапханаһы янында “Ағинәйҙәр” клубы эшләп килә. Уның ағзалары экологик өмәләрҙә ҡатнаша, ауыл шишмәһе тирәһен йыйыштыра, шифалы дарыу үләндәре йыйыу һәм ҡулланыу менән шөғөлләнә. Күбеһе мәсеткә йөрөй, дини йолаларыбыҙҙы тоторға ла өлгөрә. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар республиканың 100 йыллығына бағышланған “Сәскә ат, күп милләтле Башҡортостан — татыулыҡ һәм изгелек ере” тип аталған район мәҙәниәт фестиваль-марафонында ҡатнашты, — тине ул.
Осрашыуҙа “Ағинәйҙәр” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Ул үҙенең сығышында бик күп район һәм ҡала ағинәйҙәренең әүҙемлеге һәм фиҙакәрлегенең һоҡландырыуы, кемдеңдер бойороғо менән түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса милли рухтағы эштәр башҡарыуҙары тураһында һөйләне. Халҡыбыҙ йолаларын, милли кейемебеҙҙе, кәсепселекте тергеҙеү, экологик өмәләр, тәрбиәүи эш ағинәйҙәрҙең көнитмешендә төп урынды алып тора. Улар алдында ауыл халҡын йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү бурысы ла ҡуйылған, ә күмәк шөғөл халыҡты берләштерә, битарафлыҡтан аралай, тигән ҡарашта Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Ағинәйҙәргә ҡарап, ир-егеттәребеҙҙең дә әүҙемләшеүе шатландыра.
Ҡунаҡтар ауылда боронғо ҡомартҡыларҙың — ағас карауат, бишек, япма, сигеүле таҫтамалдар, аҫалы балаҫ һәм башҡа бик күп әйберҙәрҙең — быуындан быуынға күсә килеп, бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалыуына ҡыуанды.
Иҫке Муса ағинәйҙәре тамашасыларға халыҡ йолаларынан “Кис ултырыу” күренешен тәҡдим итте. “Кис ултырған”да улар балалар өсөн үҙҙәренең изге теләктәрен көйләп ишеттерҙе, йөкмәткеле шиғырҙар ҙа уҡылды.
Яулыҡ ябыныу ҡатын-ҡыҙҙы биҙәп кенә ҡалмай, тәрбиәүи алым да булып тора. Роза Сәлихованың яулыҡ ябыныу буйынса йәштәргә оҫталыҡ дәресе үткәреүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Артабан ҡунаҡтар сығыш яһаны. Бигерәк тә Ғәлиә Абдуллина етәкселегендәге Иҫке Бәпес ауылы ағинәйҙәренең маһирлығы һоҡландырҙы. Китапханасы Фәүриә Әбүталипова үҙе ижад иткән йырҙарын бүләк итте (әйткәндәй, уҙған йылда беҙ уларҙың эше менән танышып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтҡайныҡ). Унан һуң район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, Олокүл ауылынан Флүрә Самиҡова Аҡмулла шиғырына яҙылған мөнәжәт көйләп ишеттерҙе. Йәнбәктәр ҙә буш ҡул менән килмәгән — улар клубҡа иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Осрашыу сәй табынында дауам итте. Ағинәйҙәрҙең төп теләге — үҙ-ара аралашыу, дуҫлыҡты нығытыу, әлеге башланғысты һүндермәй дауам итеү. Был һуңғы сара булмаҫ, матур йолаға әйләнер, тип ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.