Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?15.03.2019
Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай. Микробтар өҙлөкһөҙ үрсей, бары йортта даими тәртип урынлаштырыу, еүеш сепрәк менән әйберҙәр өҫтөн һөрткөләп, иҙәнде йыйыштырыу ғына зарарлы микроорганизмдар таралыуын тотҡарлаясаҡ. Айырыуса балалар үҫкән мөхиттә таҙалыҡ булдырыу бик мөһим.

Ғаилә – ҡәлғә, тип йыш ҡабат­ларға яратһаҡ та, уның хәүефһеҙ­леген йөҙ процентҡа раҫлай алмайбыҙ. Айырыуса кеше йәшәгән ябыҡ бүлмә эсендә микроорганизмдар тупланған саң йыйыла. Туҙан үҙе тын алыу системаһы өсөн зарарлы, ә ундағы талпандар организмды тағы нығыраҡ ҡаҡшата.

Саң бит бысраҡ ҡына түгел, ул бөжәктәр өсөн яҡшы аҙыҡ булған кеше тиреһе өлөшсәләренән, сәс ҡалдыҡтарынан тора. Диван һәм матрастарҙы төйәк иткән ҡандалалар булыу ихтимал­лығы хаҡында ла оноторға ярамай.

Был саҡырылмаған “ҡунаҡтар”ҙы иҫкәртеү өсөн ниндәй саралар күреү мөһим? Тәү сиратта бүлмәләрҙе елләтеү һәм йыйыштырыу кәрәк. Иҙәндәрҙе йыуғанда, туҙан һөрт­кәндә зарарһыҙландырыусы саралар ҡулланығыҙ, әммә улар кеше һаулы­ғына зыян килтерергә тейеш түгел.


Вернуться назад