Үҙеңдән дә оло табип юҡ15.03.2019
Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ.

Һуғыш тамамланған осорҙа хеҙмәт юлын башлаған 1-се ҡала дауаханаһын бөгөн Октябрьскийҙың “һаулыҡ һаҡлау бишеге” тип хаҡлы рәүештә атарға мөмкин. Күп профилле, бөтә дауалау учреждениеларын үҙ эсенә алған, район-ара үҙәк статусына эйә дауаханала медицина эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре буйынса ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар.

2011 йылдан дәүләт-шәхси парт­нерлыҡ нигеҙендә амбулатор гемодиализ үҙәге эшләй башлаған. Медицина учреждениеһының ҡеүә­те ҙур – сменаға 2 535 пациентты ҡабул итергә мөмкин. Утыҙҙан ашыу бүлексә эшләй, үҙенсәлекле ысулдар һәм манипуляциялар нигеҙендә иң алдынғы хирургия технологиялары ҡулланыла. Дауахана базаһында биш муниципаль-ара үҙәктең эшләүен дә билдәләргә кәрәк. Скайп элемтәһе, телемедицина мөмкинлектәренән файҙаланыу ҙа ҡаралған. Пациент­тарҙы һауыҡты­рыу өсөн ошондай ҡеүәтле базаһы булған дауаханала эшләү табип өсөн үҙе оло бәхеттер. Айырыуса хеҙ­мәт юлын ҡыйыр-ҡыймаҫ, икелә­неүҙәр менән башлаған йәш белгес өсөн.

Бынан 12 йыл элек тыуған ҡала­һына эшкә ҡайтҡан табип Айрат Бирдин өсөн үҙәктә эш башлау һис тә ауыр тойолмай. “Үҙ йортоңда стеналар ҙа ярҙам итә. Аҙым һайын таныш йөҙҙәр, эргә-яғыңда һәр һорауыңа яуап бирергә әҙер хеҙмәт­тәштәр… Яҡташтарыңдың ышанысын аҡлау өсөн, һис һүҙһеҙ, көс һалырға, белемеңде ғәмәлдә нығытырға кәрәклеген аңлайым”, – ти табип-эндокринолог Айрат Рәмиз улы.
Ҡала хакимиәтенең йәш белгес­тәрҙе ошо ергә еректереү өсөн башҡарған ҙур эше лә иғтибарға лайыҡ.

– Килеү менән фатирлы иттеләр. Ғаиләле кеше өсөн был бит мөһим. Ҡатыным да – табип-терапевт. Апайым Лилиә лә ошонда уҡ эшләй, ул – реаниматолог. Ҡайҙалыр бәхет эҙләп китеү уйы башыбыҙға инеп сыҡҡаны ла юҡ. Хеҙмәт хаҡы ла һис зарланырлыҡ түгел. Өҫтәүенә ҡыҙҙа­рыбыҙҙы һәм улыбыҙҙы тәрбиәләү, уҡытыу өсөн ҡалала бөтә уңайлыҡ­тар, мөмкинлектәр етерлек.

Әлеге ваҡытта дауахана кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә тип әйтеп булмай. Араларында фән кандидаттары ла, атҡаҙанған медицина хеҙмәткәрҙәре лә, һаулыҡ һаҡлау отличниктары ла булған коллективы­быҙ тотороҡло, һәләтле. Шулай ҙа бер нисә терапевт һәм эндокринолог эшкә килһә, шат булыр инек, сөнки һуңғы ваҡытта шәкәр диабеты менән сирләгәндәр һаны ишәйгәндән-ишәйә. Ә һеҙ уның ниндәй мәкерле сир икәнен яҡшы беләһегеҙ, ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау, контролдә тотоу, иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, тәьҫирле дауа тәғәйенләү – ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс, – ти Айрат Бирдин. – Дөрөҫөн әйткәндә, донъяла үҙеңдән дә олораҡ табип юҡ, һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж байлыҡ икәнен хәтерҙә тотһаҡ, байтаҡ сирҙәргә юлығылмаҫ та ине.

Табип һөнәре, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, һәр саҡ абруйлы, ихтыяж менән файҙаланған мөһим шөғөлдәрҙең береһе булып ҡала. Һуңғы осорҙа заманса технологиялар индерелеү, “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы тармаҡ эшмәкәрлегенә яңы бурыстар ҡуйылыуы менән бәйле, медицина хеҙмәткәрҙәренең күберәк талап ителеүе сер түгел.

Айрат Рәмиз улы әйтеүенсә, талаптар үҫеү менән бергә белгес­тәрҙең тормош сифатын, эш һәм көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса ла республикала күп эш башҡарыла. “Һуңғы өс-дүрт йылда табиптарҙың эш хаҡы күҙгә күренеп үҫте. Бер ставка – 13 мең һум, уға стаж, категория, башҡарған эш күләме өсөн түләүҙәр өҫтәлә, һөҙөмтәлә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы килеп сыға. Мин үҙем шәхси клиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итергә лә ваҡыт табам, – ти ҡаланың штаттан тыш баш эндокринологы. – Пациент­тарыңа шәфҡәтлелек күҙе менән ҡарап, эшеңде яратып башҡара алһаң, табип һөнәренән дә юғарыраҡ, бәҫлерәк, кешелеклерәк һәм лайыҡлы баһаланған шөғөл Ер йөҙөндә юҡтыр”.


Вернуться назад