Әйтәйек, һеҙгә 50 һумға бер әйбер һатып алырға кәрәк, ләкин атайығыҙҙан аҡса һорағас, уның 25 һумы ғына булыуы асыҡлана. Етмәгән 25 һумды әсәйегеҙҙән алып тораһығыҙ. Тимәк, кеҫәгеҙҙә – 50 һум.
Кибеттә был әйбер 45 һум тора икән. Тәбиғи, һеҙҙең кеҫәлә биш һум ҡала. Ҡайтып барғанда дуҫығыҙ осрай һәм бурысҡа өс һум һорай. Хәҙер һеҙҙә ике һум ғына.
Ҡайтҡас, атайығыҙ менән әсәйегеҙгә берәр һумды бирәһегеҙ. Тимәк, хәҙер һеҙ уларҙың һәр береһенә 24-әр һум бурыслы. Шулай итеп: 24 һум +24 һум = 48 һум. Бынан тыш, дуҫығыҙ һеҙгә өс һум бурысын бирәсәк. Һөҙөмтә – 51 һум.
Әгәр ҙә һеҙ 50 һум ғына алып торғанһығыҙ икән, артыҡ бер һум ҡайҙан килеп сыҡты?