Ошо көн сомнологтарға ла үҙҙәре хаҡында иҫкә төшөрөү өсөн уңайлы сәбәп булып тора. Бындай һөнәр барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле, ә бит улар мөһимлеге буйынса кеше рухы һәм тәненең башҡа яҡтарынан ҡалышмаған проблема менән шөғөлләнә.
Уларҙың һөнәри мәшәҡәттәре етерлек: беҙҙең тынғыһыҙ заманда йоҡо боҙолоуы арҡаһында тормош сифаты насарайған кешеләр һаны арта. Элегерәк был, нигеҙҙә, оло кешеләргә генә хас булһа, хәҙер балалар һәм үҫмерҙәр ҙә сомнологтарға торған һайын йышыраҡ мөрәжәғәт итә башланы.
Тәүлектең ҡараңғы һәм яҡты осорҙарының алмашынып тороуы төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итә, бигерәк тә төньяҡ киңлектәрҙә йәшәгәндәргә. Шулай ҙа был өлкәләге иң йыш осраған сирҙәр: “обструктив” йоҡо, йәғни хырылдау арҡаһында тын алыуҙың туҡтап тороуы, йоҡоһоҙлоҡ, төнөн йыш уяныу. Белгестәр аңлатыуынса, режим боҙолоуҙың сәбәптәре төрлөсә. Ололарҙа ул хроник сирҙәр менән бәйле, йәштәрҙә стресс, борсолоу һәм депрессия арҡаһында булырға мөмкин. Психоневрология диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 99 проценты йоҡо боҙолоуҙың ниндәй ҙә булһа күренешенән интегә. Йоҡо туймауы – инсультҡа илткән беренсе баҫҡыс, ти табиптар.
Йоҡо боҙолмаһын өсөн белгестәр шуларҙы кәңәш итә: бер үк ваҡытта йоҡларға ятып һәм тороп өйрәнергә (хатта ял көндәрендә лә), кискеһен һуң ашамаҫҡа һәм кофеинлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, үҙ биоритмыңа “ҡолаҡ” һалырға.