Пассажир ғүмерен уйлап15.03.2019
Пассажир ғүмерен уйлапӨфө – Нижневартовск маршруты буйынса осоп барған самолет Төмәндә төшөп ултырырға мәжбүр була. Хәбәр итеүҙәренсә, экипаж алынған йүнәлеште пассажирҙарҙың береһенең насарайыуы сәбәпле үҙгәртә. Өлкән йәштәге ирҙең йөрәк пульсы һиҙелмәй башлай.

“Урал һауа юлдары” авиакомпанияһы пилоттары күктә саҡта уҡ Төмән аэропортына ултырыуҙы һәм кардиологтар ярҙамын һорай. Ергә төшөү менән пассажирҙы “Ашығыс ярҙам” бригадаһы яҡындағы дауаханаға алып китә. 40 минуттан борт тейешле маршрут буйынса осошон дауам итә.


Вернуться назад