Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһының иң яҡшы концепцияһына асыҡ конкурс иғлан итә.
Авторҙарға ошо стратегияға һалынасаҡ төп үҙенсәлектерҙе, маҡсаттарҙы, уларҙы тормошҡа ашырыу алымдарын билдәләргә кәрәк.
Материалдарҙы электрон төрҙә ебәреү һәм төп идеяларҙың барыһын да сағылдырыу шарт. Бәйгелә республика халҡы, шулай уҡ ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҡатнаша ала. Ғаризалар 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эштәр эксперт советы тарафынан баһаланасаҡ, баҫылып сығасаҡ һәм иң яҡшы концепция стратегияның нигеҙенә һалынасаҡ. Ошо эштә иң әүҙем ҡатнашҡандар делегат сифатында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына саҡырыласаҡ.
Стратегияның рәсми сайтында ғариза бирергә, конкурстың шарттары менән танышырға, тәҡдимдәр индерергә мөмкин.