Мостай Кәримдең улы вафат булды15.03.2019
Мостай Кәримдең улы вафат булдыМәскәүҙә шағир Мостай Кәримдең улы, яҙыусы, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Илгиз Кәримов вафат булды.

Илгиз Кәримов 1942 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостандың Шишмә районындағы Келәш ауылында тыуа. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң 1977 йылғаса “Литературная Россия” гәзите хеҙмәткәре була, 1974 йылдан – бүлек мөдире. 1972 йылдан илдең Телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитетында эшләй. 1973 йылда “Молодой коммунист” журналының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. 1997 – 2005 йылдарҙа – “Оракул” журналы хеҙмәткәре.

Ул Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ауыл адвокаттары”, “Ғүмер миҙгелдәре” һәм башҡа әҫәрҙәрен, Әхиәр Хәкимдең “Думбыра сыңы” романын, Таһир Таһировтың “Буранлы көндәр” китабына ингән повесть һәм хикәйәләрен, шулай уҡ балҡан, татар, сыуаш яҙыусыларының ижад емештәрен руссаға тәржемә итте.

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.


Вернуться назад