Махсус хеҙмәт законһыҙ байыусыларға ҡаршы көрәшә.Законһыҙ урман ҡырҡыусылар, лицензияһыҙ йәнлек атҡан һәм балыҡ, ҡыҫала тотоусылар, ялған алкоголле эсемлектәр эшләп һатыусылар, нефть предприятиеларында закон боҙоп, яғыулыҡ урлаусылар, ришүәт алыусы һәм биреүселәр... Эске эштәр министрлығының Башҡортосан буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығының эшмәкәрлек даирәһе бик киң. Беҙҙең һорауҙарға идаралыҡтың начальник урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция подполковнигы Вадим БАСИРОВ яуап бирҙе.
Ҡыҫалалар ситкә китмәнеИдаралыҡ Эске эштәр министрлығы системаһында мөһим урынды биләй. Шуға күрә ҡапыл ғына һөйләшеүҙе эшмәкәрлектең ниндәй йүнәлешенән башлап китергә белмәне Вадим Вәзих улы. Һәм һәр кемгә яҡын булған тәбиғәт, уның ресурстарын һаҡлау һәм яҡлау темаһына төп иғтибарҙы бирергә булды. Урман ҡырҡыу проблемаһы – ылыҫлы ағастар үҫкән райондарҙа йыш осраған енәйәт төрө. Белорет, Бөрйән, Нуриман, Балтас яҡтары был йәһәттән “лидерҙар” рәтендә.
– Закон боҙоусыларҙы асыҡлау өсөн авиация, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланабыҙ, даими рейдтар үткәрәбеҙ, “Росгвардия” хеҙмәткәрҙәре, Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы белгестәре – бик күп хеҙмәттәр йәлеп ителә был эшкә. Һәр кем тәбиғәт биргән байлыҡты әрәм-шәрәм итә башлаһа, киләсәк быуынға нимә ҡала? – ти Вадим Басиров.
Әйткәндәй, бындай ҡырын эш менән урындағы халыҡ ҡына түгел, ә күпселек осраҡта вазифалы етәкселәр, ойошмалар шөғөлләнә. Улар төрлө енәйәтсел схемалар төҙөп, урманды ситкә оҙата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман хужалығы, урмансылыҡ менән идара иткән предприятиелар ҙа шөғөлләнә был эш менән. Тәбиғәткә килгән зыяндың күләме бик ҙур.
Һыу ресурстарын яҡлау темаһына туҡталып, бер ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләне подполковник. Былтыр Башҡортостандың Краснокама районында ҡыҫала тотоп һатыусылар төркөмө эш иткән икән. Оператив эш барышында енәйәтселәр тотолған, уларҙан йәмғеһе бер мең ҡыҫала тартып алынған.
– Бик ҡатмарлы, мөһим эш булды ул. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр был төркөмдәге кешеләрҙе асыҡлағас, улар артынан күҙәтеү ойошторҙо, йәшеренеп ултырып, ҡыҫаланы нисек тотоуҙарын, ниндәй автотранспортҡа тейәп алып китеүҙәренә тиклем асыҡланы, – ти ул.
Хәл ҡыш көнө була. Йылға буйлап енәйәтселәр мәкеләр уя һәм унда ҡыҫала тотҡостар урынлаштыра. Шуныһын билдәләргә кәрәк: мәкерле уйлы кешеләр техник яҡтан бик яҡшы йыһазланған – һәр ауға GPS сигнал ҡуйып сыҡҡандар. Аҙаҡ ҡулдарына навигатор тотоп, сигнал буйынса ауҙарын эҙләп тапҡан һәм ҡыҫаланы йыйғандар.
Вадим Вәзих улы законһыҙ ҡом табыусылар тураһында ла әйтеп китте. Бер ниндәй рөхсәте, лицензияһы булмаған ойошмалар йылға буйҙарынан ҡом соҡоп алып, уны ҙур күләмдә төрлө төҙөлөш ойошмаларына һата. Үкенескә ҡаршы, бында ла кешенең еңел аҡса эшләргә теләүе, тәбиғәттән “бушҡа” бирелгән сеймалды аҡсаға әйләндереп үҙ кеҫәһенә һалырға тырышыуы ярылып ята. Белгестәр әйтеүенсә, тап ошо вәхшиҙәрсә ҡом табыу осраҡтары сәбәпле, Ағиҙел йылғаһы һайыға икән. Шуға күрә был мәсьәлә лә идаралыҡтың даими иғтибары үҙәгендә.
Нефть – енәйәтселәр өсөн майлы ҡалъяБашҡортостан – нефтле төбәк. Был иҡтисадыбыҙ өсөн генә түгел, енәйәтселәр өсөн дә бик ҡулай. Вадим Вәзих улы әйтеүенсә, был өлкә уларҙың эшмәкәрлегенең ҙур ғына өлөшөн алып тора. Ҡырын ғәмәлдәр шулай уҡ төрлө йүнәлештәрҙә башҡарыла: предприятиелар эсендә лә, нефть торбаларынан ситтәрҙең урлау осраҡтары ла етәрлек.
Былтыр оператив эҙләү саралары сиктәрендә “Башнефть” компанияһында 80 миллион һумдан ашыу аҡса урлау асыҡланған. Енәйәтсел төркөмдә компания хеҙмәткәрҙәре, хакимиәттең вәкәләтле кешеләре һәм коммерция ойошмалары торған.
Бынан тыш, нефть сеймалы аҡҡан торбаға законһыҙ тоташып, яғыулыҡ урлаған әҙәмдәр ҙә бар. Был эш төн ҡараңғыһында, ерҙе ҡаҙып барып башҡарыла. Былтыр бурлыҡ өҫтөндә ике күрше төбәк гражданы тотола, 20 тоннанан ашыу нефть урлап маташалар. Әле уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара. Нефть торбаларын урлау осраҡтары ла байтаҡ.
Вадим Басиров менән әңгәмәләшкән арала, ул эшмәкәрлектәренең бар йүнәлештәрен дә ялмап алырға тырышты. Һәр осраҡҡа йәнле миҫалдар килтереп, эштең айышына төшөндөрҙө. Контрафакт тауар һатыу, бында айырыуса ҙур иғтибар спиртлы эсемлектәргә ҡағыла, легаль булмаған тимер-томор ҡабул итеү нөктәләре, уйын автоматтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, алданған өлөшсөләр, һалым енәйәттәре – быларҙың барыһы менән дә шөғөлләнә идаралыҡ. Коррупцияға ҡаршы алып барылған эштәре иһә – айырым бер мәҡәләгә торошло тема.
– Еңел табыш алып, мутлашып йәшәргә теләгән кешеләр етәрлек шул. Ә беҙҙең хеҙмәт – закон һағында тороу. Һәм уны лайыҡлы башҡарыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине Вадим Басиров.