Һайлар һуҡмаҡ киң08.06.2012
Һайлар һуҡмаҡ киң
Уҡыу йортоноң филология факультетына педагогика фәндәре кандидаты, доцент Ләлә Йосопова етәкселек итә. Бында алты кафедра уңышлы эшләй. Факультетҡа уҡырға инергә теләгәндәр йылдан-йыл күбәйә. Һуңғы ваҡытта айырыуса инглиз, немец, француз телдәренә ҡыҙыҡһыныу артҡан. — Күп телде белеү — заман талабы, — ти декан Ләлә Ғәйнулла ҡыҙы. — Сит телдә иркен аралашҡан йәш белгескә эш табыуы ла еңелерәк. Ул уҡытыусы йә иһә төрлө урында тәржемәсе була ала. Институт сит илдәрҙәге байтаҡ уҡыу йорто менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә: уларҙың белгестәре бында килеп лекциялар уҡый, беҙҙең студенттар уларҙа стажировка үтә. Мәҫәлән, әле Әлиә Бураншина — Германияла, Ғәлиә Яманаева менән Юлиә Кирьянова — Австрияла. Йыл да кәмендә ун студентҡа сит илгә барып, ундағы йәшәү шарттары менән танышып, халыҡ менән аралашып ҡайтыу мөмкинлеге тыуа. Факультетта белем алған студенттар киң профилле филолог дипломына эйә була. Мәктәптә практика үткәндә үк үҙен ысын уҡытыусы итеп танытып, шунда эшкә ҡалғандар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, Мәүсилә Сөләймәнова Бөрйән районының Яңы Собханғол мәктәбендә башҡорт, урыҫ, инглиз, немец телдәрен өйрәтә, Алиса Яманаева Йылайыр районының Шанск мәктәбендә сит телдәрҙән уҡыта. Шулай уҡ Ирина Фәйрушина — Нуриман, Любовь Лобова Учалы мәктәптәрендә эш башлаған. Ҙур булмаған ауылда сит телгә һөйөү тәрбиәләүҙе, фәнде уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙе төп бурысы итеп алған ҡыҙҙарға “афарин!” тиергә генә ҡала. Уларҙың тәрбиәһендә үҫкән балалар араһында ла Сибай институтының филология факультетын һайлағандарҙың күп булырына ышаныс ҙур.


Вернуться назад