Ташҡа “һунар” туҡтамай...15.03.2019
Әлегә законһыҙ карьерҙар мәсьәләһенә һуңғы нөктә ҡуйылмаған.

“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул кешелекле алып барылырға һәм килемдең төп өлөшө төбәк проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Сығарылған таш Мәскәүгә, Мәскәү өлкәһенә, Грозныйға оҙатыла. Әгәр беҙ бынан бер ниндәй ҙә файҙа алмайбыҙ икән, ни өсөн һатабыҙ һуң? Бәлки, эшмәкәрлектән баш тартырға кәрәктер? Ҡаҙнаға унан күп тигәндә 110 миллион һумдай ғына табыш килә”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.


Эйе, республика етәксеһе бир­гән күрһәтмә буйынса, карьерҙарҙы рөхсәтһеҙ эшкәртеүгә, ниһайәт, кәртә ҡуйылды. Шул иҫәптән Бай­маҡ районында ла. Тик был ваҡыт­лыса ғына тынлыҡ булған икән.

Яңыраҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан Темәс ауылы янында бер предприятиеның таш эшкәртеүе асыҡланған. Етмәһә, уның ҡат­ламлы таш сығарыуға лицензияһы ла булмаған. Предприятиеға карьерҙы бары геологик яҡтан өйрәнеү өсөн генә рөхсәт бирелгән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бында ҡаҙылма байлыҡ сығарыу ҡорал­дарын, ташты келәткә урынлаштырыу өсөн килтерелгән йөк автомобилен, шулай уҡ 11 кубометр күләмендә төҙөлөш ташы тапҡан. Килтерелгән зыян 16 миллион һум тәшкил итә.

Республикала карьерҙар эш­мәкәрлеге етди күҙәтеү аҫтына алынһа ла, ҡайһы берәүҙәр еңел табыш артынан ҡыуыуҙан туҡ­тамай. Мәҫәлән, февралдә Йыла­йыр районының Юлдыбай ауылы янында рөхсәтһеҙ таш сығарыу­ҙары асыҡланған. Улар ҙа лицензияны геологик өйрәнеү өсөн генә алған. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә 500 мең һум самаһы зыян килтерелгән.

Ике осраҡ буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. Февралдә шулай уҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология ми­нистрлығының Өфө яны территориаль идаралығы белгестәре Благовещен районының Сиҙәш ауылы янындағы ятҡылыҡта “Комстрой” компанияһының, ер аҫты бай­лыҡтарын файҙаланыуға лицен­зияһы булмайынса, төҙөлөш ташы етештергәнен асыҡлай. Был эш­мәкәрлек өсөн предприятие етәк­селеге административ яуап­лы­лыҡҡа тарттырыла, уларға 940 мең һум күләмендә штраф һалына.

Республика Хөкүмәтендә тә­биғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм ер аҫты бай­лыҡтарын һаҡлау мәсьәләһе тик­шерелгән кәңәшмәлә Баш­ҡорт­остандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтҡуллин үткән йылдың ноябренән быйылғы февралгә тиклем республикала 467 рейд ойошторолоп, һөҙөмтәлә файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы рөхсәтһеҙ сығарыуҙың 59 осрағы асыҡланғанын белдерҙе. Лицен­зияһыҙ эш иткәне өсөн 57 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, уларға, дөйөм алғанда, дүрт миллион һум самаһы күлә­мендә штраф һалынған. Һуңғы өс айҙа алты осраҡ, шул иҫәптән Иглин һәм Өфө райондарында ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын закон­һыҙ сығарыу буйынса өс эш, хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған – енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

– 2018 йылдың ноябренән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урындағы әһәмиәттәге ер аҫты байлыҡтары участкаларын файҙаланыуға тапшырыу буйынса аукциондар үткәреүҙе туҡтатты. Уны ойоштороу тәртибенә үҙгәрештәр индерелә. Шулай уҡ 14 лицензия көсөнән сығарылды. Уларҙың хужаларына карьерҙарҙа рекультивация үткәреү талабы ҡуйылды. Эштең үтәлеше күҙәтеү органдары тарафынан контролдә тотоласаҡ, – тине Мирхәйҙәр Фәтҡуллин.


Эйе, тамсы тама-тама ташты тишә тигәндәй, эҙмә-эҙлекле эш артабан да тейешле кимәлдә алып барылһа, был тармаҡта тәртип урынлашыр, тип ышанайыҡ.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
– Баймаҡ районында закон­һыҙ рәүештә таш сығарылғаны хаҡында 2016 йылдың авгусында, һайлау алды кампанияһы барышында, белеп ҡалдым. Ми­не тәбиғәткә ҙур зыян кил­тереү­селәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатырға теләгәндәрҙең булмауы аптыратты.

Республикаға Радий Хәбиров ҡайтҡас ҡына боҙ урынынан ҡуҙғалды, яҡшы яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә. Әле закон боҙған кешеләргә ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылды. Башҡортостандың Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан лицензия биреү тәртибен көй­ләгән бер нисә закон проекты ҡарала. Ошоға тиклем рөхсәт ҡағыҙы кемгә етте шуға бирелгән.

Был эштең башы ғына. Киләсәктә лицензия таш сығарылған төбәктә теркәлгән һәм унда таш эшкәртеү буйынса етештереү асҡан пред­приятиеларға ғына биреләсәк. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ өсөн яңы хеҙмәт урындары булдырыласаҡ, һалым киләсәк. Был аҡсаны юлдарҙы, күпер­ҙәрҙе ремонтлауға йүнәлтергә мөмкин буласаҡ.


Вернуться назад