Асы ташын кемдәр сығара?15.03.2019
Белорет районының Асы ауылы янында табылған төҙөлөш ташының даны тирә-яҡҡа таралған, әммә уны сығарыуға бәйле хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Яңыраҡ Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин һәм район хакимиәте вәкилдәре асылар менән осрашҡанда халыҡ таш сығарыусыларға ҡарата дәғүә белдерҙе.

Әле урындағы ике эшҡыуарҙың ауыл эргәһендә таш сығарыуға лицензияһы бар, ә ҡалғандар законһыҙ эшмәкәрлек алып бара. Эшҡыуарҙар белдереүенсә, урындағы кешеләрҙең бигүк эшләгеһе килмәй, шуға уларға мигранттарҙы ялларға тура килә.

Осрашыу мәлендә халыҡҡа рөхсәтһеҙ ер аҫты байлыҡтарын сығарыуҙың эҙемтәләре насар буласағы аңлатылды. Шуға уларға “күләгә”нән сығып, ике юлдың береһен һайларға тәҡдим иттеләр: йә рөхсәт алған яҡташтарына ялланып эшләргә, йә шәхси эшҡыуар булып теркәлергә.


Вернуться назад