– Автосервисҡа машинамды тапшырҙым – гарантия буйынса ремонтлатырға хоҡуғым бар ине. Йүнәтеү ваҡытын 45 көн тип билдәләнеләр. Унан һуң тағы 20 көн үткәс кенә автомобилемде ҡайтарып бирҙеләр. Мин уларҙан компенсация талап итә аламмы? Автомобилем – ғаиләбеҙ өсөн килем сығанағы, унһыҙ бик ауыр булды.
Илдар.
Ҡырмыҫҡалы районы.– Һеҙ сервис үҙәгенән ремонт ваҡытын боҙған өсөн неустойка түләүҙе талап итергә хоҡуҡлы. Уның күләме “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһындағы” Рәсәй Законының 23-сө статьяһында билдәләнгән. Һеҙгә һәр тотҡарланған көн өсөн тауар хаҡының бер процентын түләргә тейештәр. Әйтәйек, автомобилдең хаҡы 400 мең һум икән, 20 көн артыҡ тотоуҙарын иҫәпләп, неустойка хаҡы түбәндәгесә килеп сыға: 400 000 һум х 1% х 20 көн = 80 000 һум.
Һеҙгә сервис үҙәгенә яҙма дәғүә менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул ирекле рәүештә яҙыла, тик мотлаҡ ике данала булырға тейеш. Береһен уларға тапшыраһығыҙ, икенсеһенә сервис хеҙмәткәрҙәренән ҡабул итеп алыуҙары тураһында билдә ҡуйҙырып, үҙегеҙгә ҡалдыраһығыҙ. Неустойканы түләү өсөн бирелгән ваҡыт – ун көн.