Хаҡ ҡағыҙындағыса булырға тейеш15.03.2019

– Билдәле бер магазинда куртка һатып алдым. Уның хаҡы ҡағыҙында былай тип билдәләнгәйне: 13590 һум – 50% = 6690 һум. Кассаға барып түләй башлағайным, унда сумма 7690 һум тәшкил итте. “Ни өсөн этикеткалағы хаҡ кассалағынан айырыла?” тигән һорауға һатыусы: “Ғәфү үтенәбеҙ, магазинда хаҡтарҙы яңынан иҫәпләү бара, хаҡтарҙың тура килмә­үе ихтимал”, – тип яҙылған табличканы күрһәтте. Шулай итеп, мин 7690 һум түләнем. Был осраҡта һатыусы яғы­нан хоҡуҡ боҙоу бармы? Ҡағыҙҙағы хаҡ менән касса хаҡы араһындағы айырманы ҡайтарыуҙы һорап дәғүә яҙырға мөмкинме икән?
Зилә.
Нефтекама ҡалаһы.


– Һатыусы хаҡлы түгел! Һатып алыусы хаҡ ҡағыҙында (ценникта) ҡуйылған хаҡ буйынса тауарҙы алырға хоҡуҡ­лы. Һатыусы исеменә рәсми дәғүә яҙырға, унда айырманы ҡайтарып биреүҙе талап итергә кәңәш итәбеҙ. Дәғүәгә чек менән бергә хаҡтар ҡағыҙы күсермәһен дә ҡушығыҙ.
Әгәр магазин тарафынан бер нәмә лә эшләнмәһә, “Роспотребнадзор”ға ялыу яҙырға мөмкин. Унда мотлаҡ магазинға тапшырылған дәғүәнең күсер­мәһен ҡушығыҙ.


Вернуться назад