– 50 процент ташлама менән босоножка һатып алдым. Һатыусылар, тауарҙы миҙгел бөтөү сәбәпле арзанайтып һатабыҙ, тине. Өйгә алып ҡайтҡас, уның миңә бик килешмәүен асыҡланым да кире алып барҙым. Әммә һатыусы аҡсаны кире ҡайтарыуҙан йәки икенсегә алмаштырыуҙан баш тартты. Ул хаҡлымы?
Рәмилә.
Ишембай ҡалаһы.
– Һеҙ “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Рәсәй Законының 25-се статьяһына ярашлы аяҡ кейемен алмаштыра алаһығыҙ. Тауарҙы һатып алғандан һуң, ул формаһы, габариты, фасоны, төҫө, үлсәме йәки комплекты буйынса тап килмәһә, һеҙ 14 көн эсендә ошо хоҡуҡтан файҙалана алаһығыҙ.
Шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ: уны алмаштырыу өсөн тауар файҙаланылмаған, кейелмәгән, тауар йөҙө һаҡланған, фабрика ярлығы, пломбалары тейелмәгән булырға тейеш. Шулай уҡ тауар чегы йәки касса чегының һаҡланыуы ла шарт.
Тауарҙы алмаштырып булмаһа (мәҫәлән, һеҙгә оҡшаған төҫө юҡ икән), аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итергә хоҡуҡлыһығыҙ.
Закон күҙлегенән ҡарағанда, “магазиндың тауарҙы арзанайтып һатыуы” тигән төшөнсә юҡ. Һатыусы хаҡты үҙаллы ҡуя. Бөгөн ул уны – биш меңгә, иртәгә мең һумға һатыуы ихтимал. Һәм бер мең һумға һатыуын ул нисек теләй шулай атай ала – хаҡын төшөрөп һатыу, ташламалар, акциялар, ликвидация... Был ни бары һатып алыусыны йәлеп итеү өсөн реклама сараһы ғына. Закон күҙлегенән һатыусы менән һатып алыусы үҙ-ара тауарҙы һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөй. Уның хаҡы, мәҫәлән, бер мең һум. Һәм был тауарға закондың барлыҡ положениелары ла ҡағыла.
Бында бер генә иҫкәрмә бар: тауарҙа ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек булыу сәбәпле түбән хаҡҡа һатылып, һатып алыусы был турала белһә, уны кире ҡайтара алмаясаҡ. Һатыусы был хаҡта мотлаҡ алдан әйтергә, ул тауар чегында ла яҙылырға тейеш. Бында ла тағы бер “әммә” бар. Мәҫәлән, бер мөйөшө йәмшәйгән сәйнүк һатылып, уның башҡа етешһеҙлеге асыҡланһа, был осраҡта уны кире ҡайтарырға мөмкин.