Рөхсәт алыу кәрәкмәй15.03.2019

– Фатирыбыҙҙа ремонт баш­ланыҡ. Терәк стена булмаған бүл­кәләрҙе (перегородка) алып ташлау, йыуыныу бүлмәһендә сантехника ҡорамалын күсереп ҡуйыу һәм өҫтәмә сантехника йыһаздарын (раковина, биде) урынлаштырыу өсөн рөхсәт алыу кәрәкме?
Рәфҡәт.
Ағиҙел ҡалаһы.


– Рәсәй Хөкүмәтенең 2011 йылдың 25 октябрендәге ҡара­рына ярашлы, юғарыла һанал­ған эштәр өсөн рөхсәт алыу талап ителмәй. Ошо ғәмәлдәрҙе тамам­лағас, торлаҡ инспек­цияһына мөрәжәғәт итеп, фатирҙағы үҙгәрештәр тураһын­да акт төҙөү кәрәк.


Вернуться назад