Һатыусының намыҫынан тора15.03.2019

– Кухня гарнитуры эшләт­кәйнем. Уны килтергән саҡта “дәғүәләрем юҡ” тип актҡа ҡул ҡуйҙым. Ә улар ҡайтып киткәс, ишектә сыйылған урындарын күреп ҡалдым. Магазин алмаш­ырыуҙан баш тарта. Миңә нимә эшләргә?
Мәрйәм.
Яңауыл ҡалаһы.

– Йорт йыһазын ҡабул итеп алғанда, уның күҙгә күренеп торған етешһеҙлектәрен асыҡлау өсөн үтә иғтибарлы ҡарарға кә­рәк. Күҙгә күренеп торған етеш­һеҙлек – тәү ҡарағанда асыҡ­ланған кәмселектәр. Улар – механик сыйылған, йәмшәйгән, ватылған урындар. Шулай уҡ яҙма килешеү шарттарына яуап бирмәгән етеш­һеҙлектәр ҙә була – фасадтарҙың төҫө башҡа, фурнитура һеҙ теләгәнсә түгел һәм башҡалар. Барлыҡ етешһеҙ­лектәрҙе лә үҙегеҙ ҡабул иткәндә асыҡларға һәм ҡабул итеү актында бил­дәләргә тейешһегеҙ.

Ҡул ҡуйғандан һуң асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса тыуған бәхәстәр – иң ауыры. Ҡағиҙәгә ярашлы, эште башҡарыусы фирма ни бары һеҙгә тапшырылғанға тиклем булған етешһеҙлек өсөн генә яуап бирә. Бойондороҡһоҙ экспертиза ла дефекттың күсереү барышында яһалғанын күп осраҡта дәлилләй алмай. Был саҡта күп нәмә һатыусының яуаплылығынан һәм намыҫынан тора. Тик улар бер ниндәй ҙә ҡануниәт менән билдәләнмәй.


Вернуться назад