– Туфли һатып алғандан һуң ямғыр аҫтында ҡалдым, һәм улар кейеп булмаҫлыҡ хәлгә етте. Һатыусы аҡсаны кире ҡайтарыуҙан баш тартты. Ни өсөн тигәндә, мин алған туфли моделле, имеш, һәм ямғырҙа кейеүгә тәғәйенләнмәгән. Ысынлап та, тауар чегында аяҡ кейеменең моделле икәнлеге тураһындағы яҙыу бар. Аяҡ кейеме тәғәйенләнеш буйынса бүленәме ни?
Роза.
Шишмә районы. – ГОСТ 23251-83 билдәләнгән, унда аяҡ кейеменең дөйөм мәғәнәһе килтерелгән. Аяҡ кейеме – аяҡтарығыҙҙы тышҡы мөхиттән һаҡлау өсөн эшләнгән әйбер, ул утилитар һәм эстетик функцияларға эйә. Тәғәйенләнеше буйынса уның көндәлек, моделле, балалар, йорт йә спорт өсөн, миҙгеленә ҡарап кейелә торған һәм өлкәндәр өсөн төрҙәре бар. Аяҡ кейеме оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн, уны тәғәйенләнеше буйынса файҙаланырға кәрәк. Мәҫәлән, моделле аяҡ кейеме мода талаптарына яуап биргән осорҙа, ҡыҫҡа ваҡытта тантаналы сарала кейеү өсөн тәғәйенләнә, уны көндәлек тормошта кейеү кәрәкмәй. Тимәк, һеҙ был аяҡ кейеменең моделле икәнлеген белеп алғанһығыҙ икән, һатыусыға дәғүәгеҙ булырға тейеш түгел. Бик тә риза булмаһағыҙ, туфлийығыҙҙы бойондороҡһоҙ экспертизаға биреп ҡарағыҙ.