Төп маҡсат штраф йыйыу түгел15.03.2019

– Ишетеп белеүебеҙсә, иле­беҙҙә рөхсәт ителгән тиҙ­лекте сәғәтенә 10 километрҙан ашыуға арттырған өсөн штрафты кире ҡайтарырға уйлайҙар икән. Был дөрөҫмө?
Руслан.
Өфө районы.


Һорауға Рәсәй Дәүләт Дума­һы депутаты Зариф Байғус­ҡаров яуап бирә:
– “Берҙәм Рәсәй” партияһынан депутаттар был мәсьәләлә ҡаба­ланмаҫҡа тәҡдим итте. Сәбәптәре байтаҡ. Юлдарҙа ҡуйылған бар­лыҡ камералар ҙа дөрөҫ кенә эшләй тип әйтеп булмай, уның бәләкәй генә хатаһы өсөн ғәйепһеҙ кеше язаға тарттырылыуы ихтимал. Икенсенән, видео­күҙәтеү камераларының күпсе­леге авария хәүефе күберәк бул­ған урында түгел, ә тыныс ерҙә урынлаштырылған. Эйе, тиҙлекте арттырыуҙың мөмкин булған кимәлен сәғәтенә 10 километрҙан түбәнерәк төшөрһәк, водителдәр­гә һалынған штрафтар күләме артасаҡ. Әммә беҙҙең төп маҡсат – штраф йыйыу түгел, ә юлдар­ҙағы хәрәкәтте хәүефһеҙ итеү. Шулай уҡ юл торошон күҙ уңында тотоп, бөгөн төбәктәр тиҙлек режимын үҙаллы кәметә ала. Был алымды беҙҙең күр­шеләр – Татарстан Республикаһы әүҙем файҙалана.

Ошоларҙың барыһын да иҫәп­тә тотоп, мәсьәләне хәл итеүҙә ҡабаланырға ярамай. Әлеге мәл­дә видеокамералар ҡуйыу урындарын ҡануниәт менән сикләргә йыйынабыҙ. Шул уҡ ваҡытта улар­ҙы кәрәк булған ерҙә – авария йыш булған урындарҙа, юлсылар үткәүелендә, мәктәптәр янын­да күберәк ҡуйыу күҙ уңында тотола.

Шулай уҡ тәртип боҙоу осраҡ­тарын видеокамера аша теркәү вәкәләттәрен шәхси ҡулдарға би­рергә ярамай тип иҫәпләйем. Бы­ның менән мотлаҡ дәүләт органдары шөғөлләнергә һәм штраф­тар тулыһынса Юл фондына күсерелеп, юлдарҙы ремонтлауға тотонолорға тейеш.


Вернуться назад