Йөн иләнеләр, кейеҙ баҫтылар...15.03.2019
Һуңғы йылдарҙа Сибай ағинәйҙәре тарафынан кейеҙ баҫыу йолаһы киң йәйелдерелә. Милли кәсепте терге­ҙеү, уны йәш быуынға еткереү, төрлө әйберҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрес­тәре үтһенме, күргәҙмәләр ойош­торолһонмо, кейеҙ баҫыусылар конкурсы булһынмы – был эштәрҙең барыһын да Сибай сәсәниәһе, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған Асия Ғәйнуллина ойоштора. Ул етәк­се­лек иткән ағинәйҙәр ҡоро ағзалары һәм үҙе белем биргән Сибай сәнғәт колледжының этно-художество бүлеге студенттары тарафынан ысын сәнғәт өлгөләре тыуҙырыла.

Күптән түгел ҡалала үткән кейеҙ күргәҙ­мәһендә төрлө райондың иң яҡшы оҫта­лары үҙ эштәрен күрһәтте. Бында бер юлы кейеҙ баҫыу, унан төрлө әйберҙәр эшләү, йөн иләү буйынса ярыш ойошторолдо. Өләсәйҙәрҙән ҡалған кәсепте дауам итеүселәрҙең күплеге ҡыуан­дырһа, кейеҙ­ҙән тыуҙырылған мөғжизәле әйберҙәр хайран итте. Күҙҙең яуын алыр сағыу биҙәктәр һалып эшләнгән өлгөләр үҙенең йылы­лы­ғы, еңеллеге, уңайлы­лығы, матурлығы менән генә түгел, ә экологик яҡтан таҙа, һаулыҡҡа файҙалы булыуы йәһәтенән дә әһәмиәтле.

Бәйгелә төрлө район һәм ҡалаларҙан ҡырҡтан ашыу кеше ҡатнашты. Кейеҙ баҫыу оҫталары булып Гөлнәзирә Хәми­това (Сибай) менән Әлфиә Ибраһимова (Баймаҡ районы) танылһа, йөн иләү ярышында Йылайырҙан Рәхимә Мортаева, Шәмсикамал Мырҙагилдина, Бөрйәндән Гөл­гөнә Әбделғафароваларға тиң­ләшкән­дәр табылманы. Иң яҡшы сүбәк, йәғни кейеҙҙән аяҡ кейеме эшләү буйынса Йылайыр райо­нының Байғужа ауылынан Зөл­фирә Сыңғыҙова беренселекте алды. Иң яҡшы жилет, кәзәкей иһә – Сибайҙан Татьяна Порош­коныҡы.

Күптәрҙе Әлфиә Ибраһимова, Земфира Кәримова, Миңлиза Ишмөхәмәтова, Асия Ғәйнулли­на­ларҙың аҡлы-ҡаралы шахмат уйынын кейеҙҙә сағылдырыуы хайран итте. Оҫталар әйтеүенсә, был эште атҡарып сығыу өсөн бер аҙнанан ашыу ваҡыт киткән, бөтәһе биш килограмм һарыҡ йөнө тотонолған. Бигерәк тә атты эшләүе ауырға тура килде, ти ағинәйҙәр.

Конкурсты ойоштороуҙа Сибай сәнғәт колледжы ҙур көс һалған. Башланғысты күтәреп алып, бар яҡлап ярҙам күрһәткән уҡыу йорто директоры Азат Ҡамбулатовҡа ағинәйҙәр, байрамда ҡатнашыу­сыларҙың рәхмәте сикһеҙ ине. Сибайҙа йәнә бер милли кон­курсҡа нигеҙ һалынды, ул килә­сәктә лә дауам ителер, тип ышанғы килә.


Вернуться назад