Ҡытай бәлеше15.03.2019

Муйылдарға ла яҡлау кәрәк.

“Муйыл бәлеше”. Ҡамыр ризыҡтары һатыла торған кибеттең витринаһында ошо яҙыуҙы күргәс, ҡыуанып киттем. Беҙҙең яҡта әсәйҙәрҙең муйылдан бешергән ләүәше иҫкә төштө. “Бер телем булһа ла шул бәлеште ашайһы ине”, – тип уйланым, һағынып... Тик өмөтләнеүем бушҡа булды: ҡамыры ла, муйылы ла мин көткәнгә оҡшамаған ине.

Ысын түгел, тәмләткес

Иртәгәһенә йәнә шунда инеп, бының ҡайһы яҡтан килгән муйыл джемы икәнлеген белергә булдым. “Беҙҙеке түгел, Ҡытайҙыҡы бит ул. Ысын муйыл һалғандар тип уйлайһыңмы, аҙыҡ-түлеккә өҫтәмә, тәмләткес кенә. Нимәгә аптырайһың, бөтә ризыҡ “ҡытайский” бит хәҙер...” – тине һатыусы.

Әрнеп, һыҡранып ҡайттым кибеттән. Тыуған яҡтың тиҫтәләгән саҡрымдарға һуҙылып, Ергәйеш, Ҡаҫмарт йылғалары ярҙарын ҡаплап үҫкән муйыллыҡтар иҫкә төштө. Яҙын шау ап-аҡ сәскәгә күмелеп, тирә-яҡҡа ҡабатланмаҫ хуш еҫен таратып үҫкән ағастар ҙа һыҡранды кеүек тойолдо. Ә бит уларҙың ваҡытында емештәрен көскә күтәреп, һығылып-бөгөлөп ултырған саҡтары бар ине. Емештәре иһә эре, итле, һутлы. Ашай-ашай ауыҙ бөрөшөп бөтә, ләкин туҡтап булмай... Йәл, күптән инде ундай муйыл ағастарын күргәнем юҡ.

Һындырып ҡоротоп бөттөк...

Беҙ үҫмер саҡта муйыл ишелеп уңғанда кешеләр уны күпләп йыйып, киптереп, әҙерләүҙәр конторалары аша дәүләткә тоҡлап тапшырҙы. Урынына аҡсалата, әйберләтә түләү алдылар. Әлбиттә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында әйтеүсе лә, муйылды дөрөҫ йыйыу ҡағиҙәләрен өйрәтеүсе лә, тыйыусы ла булмаған. Ул йылдарҙа муйыл ағастарын һындырып, төбөнән сабып, ауҙарып йыйҙылар. Шулай итеп, беҙ киләсәк быуынға йолҡҡоланған, умырылған ағастар ғына ҡалдырҙыҡ. Бер кем дә уларҙы арттырыу, исмаһам, һаҡлау тураһында уйламаған.

Ул муйыллыҡтар иһә нисәмә быуат аша беҙгә йәдкәр итеп бирелгән, быуындан быуынға тапшырыла торған ҡиммәтле байлыҡтарҙың береһе булған. Ә беҙ уны бер нисә йыл эсендә төбө-тамыры менән йолҡҡанбыҙ, хатта урыны менән ҡоротҡанбыҙ ҙа! Бигерәк тә кеше йәшәгән төбәккә яҡын ағастарға ныҡ эләккән, күрәһең: ауылға терәлеп үҫкән, емеш­тәренә көсө етмәгән ағас күренәме хәҙер? Муйылдарҙы ғына ҡоротмағанбыҙ, үҫеп килгән балаларға беҙҙе ашатҡан, дауа­лаған тәбиғәткә ҡарата аяуһыҙ, һаҡһыҙ ҡараш тәрбиәләгәнбеҙ, насар үрнәк күрһәткәнбеҙ. Ә тәбиғәт, бала кеүек, йылы ҡарашты, тәрбиәләгәнде, һаҡлағанды, үҫтергәнде ярата.

Муйыл емеше — мең сирҙән дауа, тәнгә сихәт бирә торған дарыу ҙа, ризыҡ та. Уның емеше лә, сәскәһе лә, ҡайыры ла файҙалы икәнен фән иҫбатлаған. Иммунитетты күтәрә, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта, яраларҙы йүнәлтә, һыуыҡ тейһә лә шифалы, эс китеүен баҫа һәм башҡалар. Сәйгә ҡушып, кипкән емештәрен ҡыш буйы самалап эсеп торһаң, күпме витамин организмды нығытып, киҙеү-фәләнгә кәртә булып тора. Ә кипкән емештәрен ебетеп, джем яһап, бәлеш бешерһәң, телеңде йоторлоҡ була. Ундайҙы бер кибеттән дә таба алмайһың.

Ауылға ҡайтҡанда юлдағы бер магазинға ингәйнем. Стенала белдереү күрҙем. Унда киптерелгән үләндәр, муйыл ҡабул итәләр икән. Хаҡтары ла яҙылған. “Былай ҙа аҙ ғына ҡалған муйылдарҙы һаман яфалайҙар икән”, – тип уйланым. Минеңсә, беҙҙең Ейәнсура районында уны ҡабул итеүҙе ун йыл самаһына тыйып торһаң да, таман булыр. Шунһыҙ, ғөмүмән, муйылһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар. Үҙ ҡулыбыҙ менән беҙҙең һаулыҡ һағында торған, йәшәргә көс-ҡеүәт биргән ризыҡты юҡҡа сығарабыҙ бит.

“Ой, әүкәйем, нисек төшәм?”

Ә муйыл йыйыу үҙенә күрә күңелле, рәхәт ваҡыт булған. Бер йәйҙә әсәйем, күрше Алма инәй туғайға киттек. Көн йылы, матур. Ауылдың осона сығыуға уҡ суҡ емешле ағас тап булды. Уның төбөнә әйберҙәребеҙҙе ҡуйҙыҡ. Әсәйем көслө, ныҡ ине. Ул муйыл ағасын һындырмайынса ғына эйеп тора, беҙ тиҙ генә тирәбеҙ. Иҙелеп тормаһа, ҙур сепрәк йә клеенка йәйәбеҙ ҙә эйгән ботаҡтарына таяҡ менән һуғып алабыҙ. Төшкән сүптәрен, япраҡтарын сүпләйһең дә муйылын күнәгеңә тултыраһың. Уныһы киптереүгә һәйбәт, кипкәс, ваҡ-төйәк сүптәрен елдә елгәрәһең. Варенье, джемға иһә бөртөкләп кенә йыяһың.

Ул көндө лә әсәй бигүк ҡалын олонло булмаған суҡ ҡына муйылды эйҙе лә Алма инәйгә: “Әүкәй (ул һүҙҙе беҙҙең яҡта ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә яҡын күреп әйтә ине, хәҙер ҡулланыламы икән, белмәйем), һин осонаныраҡ тотоп тор. Мин хәҙер эйгән ерҙе ебәрәм дә киләм, осонан үҙем тотам, һеҙ тиреп алырһығыҙ”, – тине. Эйелгән ағасты тотоп торорға күп көс кәрәк. Ә беҙ – бала-саға. Бына шунда инде көтөлмәгән хәл килеп сыҡты. Алма инәй еңел кәүҙәле ине. Әсәйем олондан ҡулын ысҡындырыуы булды, муйыл яҙылып китте, ә Алма инәй ике ҡуллап тотоп торған еренән муйыл ботағына аҫылынып өҫкә менеп тә китте. ”Ой, әүкәйем, нисек төшәм?” – тип ҡысҡыра үҙе. Беҙгә ни, балаларға, ҡыҙыҡ. Көләбеҙ (көлөрлөк урын булмаһа ла).

Ә әсәйем Алма инәйгә: “Ҡулыңды ысҡындыра күрмә, килеп төшһәң, аяҡтарың һыныр. Түҙ, хәҙер кире эйәм ағасты”, – тип ҡысҡыра. Үҙе муйыл ағасына барып тотондо. Әллә борсолоуҙан, килеп сыҡмай бит. Алма инәй ағаста аҫылынып тора, беҙ, йүләрҙәр, көләбеҙ. Әсәй ағасты тарта ла тарта. Шунан нисектер, бөтә көсөн йыйып, эйҙе барыбер муйылды. Алма инәй иҫән-аман ергә төштө. Шунан бергәләшеп рәхәтләнеп көлөштөк. Әсәй менән осрашҡан һайын, ул “осошто” көлөп иҫкә төшөрҙөләр (хәҙер икеһе лә гүр эйәһе инде, урындары ожмахта булһын). Бына шулай күңелле ине муйыл йыйырға барыуҙары.

Тыуған яғым Ейәнсураға ҡайтҡан саҡта муйыл бешкән осорға тура килгәнем бар. Ҡаҫмарт, Ергәйеш ярҙарын биҙәп үҫкән, йылғаларҙы йәйге ҡыҙыуҙан, кибеүҙән һаҡлап торған, яҙын күҙҙәребеҙгә нур, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, ап-аҡ сәскәлә ултырған муйыл ағастары янынан үтә юлым. Тик береһенең дә, емештәрен күтәрә алмайынса, һығылып-бөгөлөп ултырғанын күргәнем юҡ. Емештәре һирәк-мирәк кенә. Кешеләргә үпкәләгәндәй, беҙҙе күрергә теләмәгәндәй кеүек күренә улар миңә...


Вернуться назад