Бәхетһеҙлектең башы – эскелектә.“Оҙайлы байрамдарҙа ҡайһы берәүҙәр эшһеҙлектән буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәйенсә эскелеккә ылыға. Ауылда мәҙәни саралар ойошторолмай, спорт майҙансығы ла буш тора, хоккей уйыны өсөн боҙ ҙа әҙер түгел. Эсеп йөрөгән йәштәр бер егетте туҡмап үлтерҙе. Шулай итеп, йәш кешенең ғүмере өҙөлдө, ҡулға алынғаны ла йәл. Бәхетһеҙлектең башы эскелектә булыуына ябай миҫал был.
Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн төрлө саралар ойошторолоп торһа, күңелһеҙ хәлдәр ҙә булмаҫ ине. Ауыл хакимиәте лә ошо йүнәлештә эшләмәй, өйөндә ялған араҡы, көмөшкә һәм спирт һатҡандарға ҡарата ла саралар күрелмәй. Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине”, – тип әсенеп шылтыратты бер ағай.
Республика етәксеһе айыҡ тормош яҡлыАуылдарҙағы эскелек күренеше көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Учалы районындағы фажиғәгә лә ошо уҡ “йәшел йылан” сәбәпсе булған. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, был ваҡиғаға ҡарата фекерен белдереп: “Ҡот осҡос хәл булды. Учалы ҡалаһындағы үлтереш – кешеләрҙең оҙайлы ваҡыт эсеү эҙемтәһе”, – тине.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, төбәктә алкоголь менән ағыуланғандар һаны ла артҡан. Көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн комплекслы программа төҙөргә кәрәк.
Әйткәндәй, Радий Фәрит улы Рәсәйҙең Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы уҙғарылған тантаналы йыйылышта республиканың күҙәтеү органы хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһағанда контрафакт алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Шулай уҡ республика прокуратураһы коллегияһы ултырышында ла сертификатһыҙ алкоголь һатыуға ҡаршы көрәш мәсьәләһен күтәрҙе.
– Был афәт кешенең эшкә һәләтлелегенә лә, ғүмере оҙайлығына ла, ғаиләнең именлегенә лә кире йоғонто яһай. Халҡыбыҙға ҡарата алып барылған геноцидты туҡтатырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров һәм закон һағында тороусыларҙан алкоголь продукцияһы менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәште көсәйтеүҙе, бөтә муниципалитеттарҙа ла иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙа тәртип урынлаштырыуҙы талап итте.
Яңыраҡ көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары менән осрашыу мәлендә сарала ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Бер аҙҙан Радий Хәбиров Facebook социаль селтәрендәге диуарында алкоголде йәшерен һатыуҙы фашлау буйынса тәүге һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.
– Тәүлек эсендә 58 тикшереү ойошторолоп, 13 сауҙа нөктәһе асыҡланды. Яҡын арала Әбйәлил районын спиртлы эсемлектәр һатҡан ҡәбәхәттәрҙән ныҡлап таҙартасаҡбыҙ. Ысынында, был “эшҡыуарҙар” – беҙҙең халыҡты ҡырыусы енәйәтселәр. Эсемлекте ҡулланыуҙың һөҙөмтәһе һәр кемгә яҡшы билдәле: йылына унар меңләп фажиғә һәм селпәрәмә килгән яҙмыштар. Быны туҡтатыуҙың законлы юлдары бар. Беҙ уны файҙаланып, һәр райондың бәләкәй ауылдарына тиклем барып етәсәкбеҙ. Үҙен йәлләтергә тырышҡандарҙы иҫкәртәм, был файҙаһыҙ. Иң мөһиме – хәҙерҙән үк үлем менән сауҙа итеүҙе туҡтатырға кәрәк. Әгәр туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙ бының менән шөғөлләнһә, уларҙы ла иҫкәртегеҙ. Оятһыҙ рәүештә күҙҙәренә ҡарап, тартынмайынса үҙ күршеләрен юҡ иткәндәргә аяу юҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Кешене ағыулаусылар бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән...Әбйәлил районында иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатҡан 248 сауҙа нөктәһе асыҡланған. Республиканың бөтә райондарында ла ошондай уҡ хәл булыуы шик тыуҙырмай. Әлеге мәлдә тәүгеләрҙән булып әбйәлилдәр заман афәтен бөтөрөүгә ныҡлап тотонғас, уларға айырыуса иғтибар йүнәлтелде.
Еңел табыш алып байырға теләгәндәрҙе һәр кем белә, хатта шул уҡ ауыл хакимиәте башлыҡтары ла, полицияның участка вәкилдәре лә. Тик ниңәлер уларҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуя алманылар, әллә теләмәнеләрме?! Тирә-яҡтағыларҙың битарафлығын иһә “сауҙагәр йораттары” үҙ файҙаһына бороп ҡоторҙо. Ҡурҡыуҙы ла онотоп, асыҡтан-асыҡ һатыу итәләр: берәүҙәре өйҙән, икенселәре магазин кәштәһе аҫтынан. Улар аҡсалыһына ла, эшһеҙенә лә үтемле тауарын тоттороп ебәрә. Пенсия таратылған көндә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәр бурыслыларҙың өйҙәренә таңдан килеп көтөп тора, ҡайһы саҡта көндәр буйы почта килгәнен һағалай (ауыл ерендә пенсияны почта тарата).
Аҡсалата килеме булмағандарҙың өйөнә баҫып барып, күҙгә сағылған яҡшы әйберҙе тартып алырға ла оялмайҙар. Хатта һыйыр малын етәкләп алып сығыуҙан да тартынмайҙар. Ошондай хәлдәр ауылдарҙа йыш булып тора. Хәҙер республика етәксеһе үҙе ундай “эшҡыуарҙарға”, “йүнселдәргә” ҡаршы көрәш иғлан иткәс, законһыҙ эшмәкәрлеккә сик ҡуйылыр һәм ыңғай яҡҡа үҙгәреш булыр тигән ышаныс тыуҙы.
Эскән килеш рулгә ултырыу енәйәт ҡылыуға тиңСамаһыҙ эсеү, бәйһеҙлек, ғәҙәттә, насар тамамлана. Мәҫәлән, яңыраҡ Бишбүләк районында булған юл фажиғәһендә “ВАЗ-2115” автомобилендәге водитель һәм уның өс пассажиры һәләк булды. Уларға бәрелгән “Chevrolet Niva” машинаһына идара иткән кеше эскән булған, үҙе зыян күрмәгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, мәҫәлән, бер көн эсендә генә лә эскән килеш рулгә ултырған 38 кеше асыҡланған.
Былтыр иһә Әбйәлил районында полиция хеҙмәткәрҙәре һалмыш килеш автомобилгә идара иткән 400-ҙән ашыу водителде тотҡан, улар араһынан инде бер нисә тапҡыр эләккән 65 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ундайҙар ҡатнашлығында һигеҙ авария теркәлгән.
Халыҡ вәкилдәре лә ҡушылһынБыға тиклем магазиндарҙа ла рәхәтләнеп “боярышник” йәки “фанфурик” һаттылар. Әле, ниһайәт, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларында был эсемлек менән сауҙа итеү тыйылды. Шулай уҡ составында этил спирты 28 проценттан кәм булмаған эсемлектәргә бүтән көслө градуслыларҙан осһоҙораҡ хаҡ ҡуйылырға тейеш түгел. Был ҡағиҙәләр Рәсәй Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә 10 декабрҙән ғәмәлгә инде.
– “Боярышник”ты йәки “фанфурик”ты беҙҙә арзан эсемлек тип беләләр, әммә уның составында этил спирты бар. Осһоҙ булғанға уны йыш ҡулланалар һәм уның ялғанын башҡа эсемлектәргә ҡарағанда күберәк етештерәләр. 2016 – 2017 йылдарҙа “фанфурик”тан 80-дән ашыу кеше ағыуланып үлгән. Был – иҫбатланған осраҡтар, ә инвалид булып ҡалғандар иҫәпкә алынмаған, – ти Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Депутат ошо дәлилдәрҙе миҫал итеп күрһәтеп, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм башҡа органдарға сара күреүҙәрен һорап, талаптар ебәргән. Шулай уҡ Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе менән осрашып, мәсьәләне хәл итеүен үтенгән һәм “боярышник”ка хаҡты арттырып, эсергә яратҡандар һатып алмаҫлыҡ дәрәжәгә еткерергә тәҡдим иткән.
Был – бер депутаттың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, әгәр ҙә ошо эштә район, ҡала, республика һәм ил кимәлендәге һәр депутат ныҡлап ҡатнашһа, әллә күпме енәйәт ҡылынмаҫ, социаль етем категорияһына ҡараған балалар ҙа аҙыраҡ булыр ине, шуға ла был көнүҙәк мәсьәлә бер-ике кеше генә хәл итә торғандарҙан түгел, ә дәррәү тотоноуҙы талап итә.
Иҫкәртеү сараларын күреү мөһимРәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә һуңғы ике йылда алкоголь һәм наркотик матдәләр тәьҫирендә ҡылынған енәйәттәр һаны артҡан. Сәбәбе – эскелектең йылдам тамыр йәйә барыуы. “Росстат”тың илдә спиртлы эсемлек ҡулланған кешеләрҙең кәмеүе тураһындағы мәғлүмәте дөрөҫлөккә тап килмәй. Был рәсми рәүештә алкоголь етештереүселәрҙән (магазиндарҙан) эсемлектәр алыуҙың кәмеүен генә күрһәтә. Ә ысынында иһә ауылдарҙа “йәшел йылан” ныҡлап тамыр йәйеүен дауам итә. Алкоголгә бәйлелек инфаркт, инсульт һәм башҡа хроник сир тыуҙырып, халыҡты күпләп ҡыра.
Эскелеккә ылығыуға уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында спиртлы эсемлектәрҙе әүҙем рекламалау ҙа булышлыҡ итә. Хәҙер бындай агитация тыйылған, әммә ул саҡтағы сәйәсәттең мәкерле һөҙөмтәһе әле лә һиҙелә. Енәйәтселектең артыуына инфраструктураның үҫешмәүе, сәләмәт тормош рәүешен таратыу эшен алып барылмауы, шулай уҡ халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуы ла йоғонто яһай, ти белгестәр.
Насар ғәҙәткә ҡаршы көрәштә иҫкәртеү эшмәкәрлеген йәйелдереү мөһим. Ҡануниәткә ҡаршы килгән эштәргә юл ҡуймау сараһын күреү үҙе үк спиртлы эсемлектәр ҡулланған кешеләрҙең кәмеүенә килтерә. Шуға ла был йәһәттән тәртип һаҡлау органдарының эшмәкәрлеге мөһим урында тора, сөнки улар ҡулына закон үтәлешен тәьмин итеү сараһы тапшырылған.
Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, былтыр республикала алкоголдең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш һөҙөмтәһендә 100-ҙән ашыу енәйәт асыҡланған. Шул иҫәптән Өфө, Октябрьский, Ишембай ҡалалары һәм Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында ялған спиртлы эсемлектәрҙе етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән биш цехтың эшмәкәрлеге туҡтатылған. 265 мең литр алкоголь продукцияһы законһыҙ әйләнештән тартып алынған, уның хаҡы 10 миллион һумдан артып китә. Составында спирт булған ялған продукция етештергән ике автоматлаштырылған линияның эше туҡтатылған. Ялған эсемлектәр һатыусыларҙың эшмәкәрлеген сикләү сараһын күреү һөҙөмтәһендә былтыр 11 айҙа тәртип һаҡлау органдары 830-ҙан ашыу административ протокол төҙөгән. Уларҙы судта ҡарағандан һуң, 11 миллион 638 мең һум күләмендә штраф һалынған. Әлбиттә, был күрелгән саралар айсбергтың башы ғына, спиртлы эсемлек һатыусыларға ҡарата етди сара күрелһә, һандар әллә нисә тапҡырға артасаҡ.