Мәктәптәрҙең мәктәбе нисек йәшәй?15.03.2019
Бында илһөйәр, алдынғы ҡарашлы быуын тәрбиәләнә.

Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында беҙҙе шат балалар ҡаршыланы. Уҡыусылар тәнәфестә икән. “Мәктәп тураһында яҙаһығыҙмы, беҙгә хәбәрселәр бик йыш килә ул”, — тип уҡыусылар уратып алды. Республика гәзитенән икәнлегебеҙҙе белгәс, гимназияла уҡыуҙың күңелле, бөтә уңайлы шарттар булыуы тураһында хәбәр итеп тә өлгөрҙө уҡыусылар.

Эйе, Мәләүездә был абруйлы белем усағының асылыуына 22 йыл да булып киткән икән. Ошо дәүерҙә муниципаль педагогия берләшмәһе, мәктәптәр, уҡыу­сылар һәм йәмәғәтселек араһын­да оло абруй ҡаҙанып өлгөргән. Гимназияға алдынғы ҡарашлы, уңған һәм балалар күңеленә һәр яҡлап асҡыс таба белгән Баш­ҡорт­остандың мәғариф алдын­ғыһы Ләлә Хәниф ҡыҙы Рафи­ҡова етәкселек итә.

1996 йылда 6-сы лицей ниге­ҙендә эш башлап, 1997 йылдың 28 февра­лендә рәсми асылған гимназия район-ҡала халҡы өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелә. тәүге директоры Тәнзилә Малабаева етәкселегендә уҡыу йорто төбәктең милли мәғариф, мәҙә­ниәт үҙәгенә әйләнә. 2007 йылда гимназия янында һауыҡтырыу үҙәге сафҡа индерелеп, уңайлы көнкүреш шарттары булған 120 урынлыҡ интернат асыла. Туған телендә белем алырға теләгән һәләтле башҡорт балалары күрше район­дарҙан да бында уҡырға килә башлай.

Әлбиттә, был ҡаҙаныштар ниге­ҙендә етәкселектең, педагогия коллективы­ның, бөтә хеҙмәт­кәрҙәрҙең тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте ятыуын билдәләмәү мөмкин түгел. Уҡыу йортоноң тиҙ арала алдынғы мәктәптәрҙең береһенә әүере­леүендә шулай уҡ уҡыусыларҙың да, атай-әсәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур.

1997 йылдан алып бында ете тәжрибә майҙансығы эшләй. Республи­каның күп кенә юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Белем усағы “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәбе” конкурсының төбәк этабында “Мәктәптәр мәктәбе” номинация­һында икенсе урынды яулауға өлгәшә, 2005 йылда муниципаль кимәлдә “Иң яҡшы мәктәп” исеменә лайыҡ була. “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә “Район-ҡалала милли белем биреүҙе үҫтергән өсөн” номинацияһында Рәсәй Президенты премияһын да алып ҡыуана коллектив. Шуныһы ҡыуаныс­лы: йыл һайын белем биреү учреждениелары, педагогтар, гимназистар араһын­да төрлө кимәлдә үткәрелгән конкурс-бәйгеләрҙә, сара-ярыштарҙа ҡатнашып, йыш ҡына алдынғы урындарҙы биләй улар.

Уҡыу йорто тәүге көндән үк матур традицияларға нигеҙ һалған, улар әле лә дауам итә. “Һабантуй”, “Шәжәрә”, “Көрәш”, “Өләсәйҙәр” байрамдары, “Һы­лыу­ҡай” кеүек конкурстар туған телгә, мәҙәниәткә, рухи мираҫҡа, тарихҡа ҡыҙыҡ­һыныу уятыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Гимназияла яҡташ яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар­ҙың юбилей­ҙарын үткәреү, ветерандар советы, Мөхәмәтша Буранғолов исемен­дәге китапхана менән хеҙмәттәшлек итеү күркәм йолаға әйләнгән. Бейеү, йыр, ҡул эштәре түңәрәктәре, спорт секциялары һәләтле балаларҙы асыҡларға, уларҙы артабан үҫтерергә ярҙам итә. Гимназистар араһында спортсылар ҙа күп.

Педагогтарҙың ныҡышмалы, берҙәм, эҙмә-эҙлекле эше һөҙөм­тәһендә балалар төрлө өлкәлә юғары күрһәткес­тәргә өлгәшә. Коллективтағы 11 уҡы­тыусы — Башҡортостандың мәғариф отличнигы, алты уҡытыусы муниципаль, республика һәм федераль кимәл­дәге грантҡа эйә, тиҫтәнән ашыуы һөнәри конкурс­тар еңеүселәре һәм призерҙары булған.

Гимназияла белем сифатын яҡшыр­тыуға булышлыҡ иткән мәғариф технологиялары һәм алым­дар ҡулланыла. Уҡыу про­це­сының өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итеү маҡсатында берҙәм мәғлү­мәт-мәғариф мөхите, электрон көндәлек булдырылған.

Һәләтле балалар менән эш­ләүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Ошо маҡсатта “Найрә” фәнни йәмғиәте уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Йәнә “Рух” театр коллективы, “Сулпан” бейеү ансамбле, “Сағыу тауыштар” хор коллективы, “Ҡырлы ҡурай” ҡурай­сылар ансамбле уңышлы эшләй.
Егерме ике йыл эсендә гимназияны 888 уҡыусы тамамлаһа, шуның 112-һе алтын һәм көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән.

— Уҡыусыларыбыҙ юғары уҡыу йорттарын тамамлап, төрлө тармаҡта матур хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Гимназия өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, яңы үрҙәр яулауын дауам итә. Тынғыһыҙ педагогия коллективы йәш быуынды илһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан, белемле, алдынғы ҡарашлы итеп үҫтереүгә бөтә көсөн һала, — ти гимназия директоры Ләлә Рафиҡова.


Вернуться назад