Сибайҙа Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәле һаҡлана.Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында урынлашҡан уҡыу йорто музейында көньяҡ-көнсығыш райондарынан йыйылған бик күп тарихи ҡомартҡы бар. Ҡасандыр милли хазиналарҙы һаҡлау, йәш быуынға рухи ҡиммәттәрҙе еткереү, халҡыбыҙҙың данлы һәм шанлы үткәнен күрһәтеү, ìèëëè ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, тормош-көнкүрешен сағылдырған экспонаттарҙы туплап, уны бер урынға йыйыу маҡсатында башланған эш һөҙөмтәһендә ҙур музей асылыуы үҙе хуплауға лайыҡ. Шуныһы мөһим: бында һаҡланған ҡайһы бер ҡомартҡыларҙы Башҡортостандың башҡа музейҙарында осратыу мөмкин түгел. Шундай ҡәҙерле һәм тарихи әйберҙәр исемлегенә Башҡорт Хөкүмәте Темәскә күскән осорҙан ҡалған Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәлен индерергә була. Óíûң Сибай музейына килеп эләгеүе – үҙе бер тарих.
Óҙғàí áûóàòòûң 90-сы йылдары башында, халҡыбыҙ үҙаллылыҡ яулаған, уның милли аңû күтәрелгән осорҙа, ул саҡта Сибай институтының профсоюз комитеты рәйесе Юнир Минишев (әле ул — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музей директоры) Темәс ауылында йәшәгән бер оло кешенән ундағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы кеүек өҫтәлдең икәү булыуы хаҡында ишетә, уның тап Баймаҡ районында булыуын да иҫкәртә.
Тарихсы Юнир Минишев эҙләнә башлай: һәр ауылдың оло кешеләренән һораша, аҡрынлап өҫтәлдең эҙенә төшә. Тарихи әéáåð Баймаҡтағы машиналар эшләү заводына бирелә, артабан уны алтмышынсы йылдарҙа яҡшы эшләгәндәре өсөн “Иҫке Сибай” совхозының Калинин бүлексәһенә, атап әйткәндә, уның рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Павел Надькинға бирелә.
Ул ваҡытта совхоздың көслө сағы була: өҫтәлгә иғтибар бирелмәй, уны хатта иҫке тигән һылтау менән барак кеүек бер бүлмәгә урынлаштыралар. Эҙләнә торғас, ниһайәт, өҫтәлдең эҙенә төшөп, Юнир Әйүп улы, совхоздың эштәр идарасыһы Виктор Землянскийға хәлде аңлатып, унан һорап ала. Эштең ниҙә икәнлегенә төшөнгән кешеләр тарихи экспонат өсөн áàéòàҡ аҡса һорай, әммә Виктор Землянский бер өҫтәлде һәм ике ултырғысты музейға тапшырырға ризалыҡ бирә.
Артабан белем усағы директоры ярҙамында ҡомартҡыны Сибай институтына алып ҡайталар һәм музейға урынлаштыралар. Тарихи сығанаҡтар буйынса, был өҫтәл XIX быуат башында махсус рәүештә ике данала ғына Англияла эшләтеп алына. Әйбер бик оҫта итеп ҡулдан яһалған, тартмалары бар.
Зәки Вәлиди уны Темәскә күскән Ваҡытлы хөкүмәт файҙаланһын өсөн махсус рәүештә ҡайтарта. Бөгөн өҫтәлдең береһе — Темәстә, ә икенсеһе Сибай институтындағы музейҙа һаҡлана.
Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова әйтеүенсә, бөгөн был өҫтәл — Сибай институты музейының иң ҡиммәтле экспонаттарының береһе. Ошо төбәктең фәнни, мәҙәни һәм мәғариф үҙәгенә әйләнгән уҡыу йортона абруйлы ҡунаҡтар күп килә, уларҙың күбеһе тарихи ҡомартҡының тап беҙҙә булыуына хайран ҡала. Музей киләсәк быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.