Бөгөн киске сәғәт биш тирәһендә Иглин районы биләмәһендәге Һамар – Өфө – Силәбе юлында ҡурҡыныс авария булған.Баш ҡала яғына китеп барған “Lexus LX 570” ҡаршы һыҙаттағы “КамАЗ”ға бәрелгән. Водителдәр – Свердловск өлкәһенән һәм Татарстандан.
Еңел автомобилдең рулендәге ир һәм уның пассажиры шул урында һәләк булған. Йөк машинаһы водителе йәрәхәттәр алған.
Урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.