Эш теүәл бара14.03.2019
Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов белдереүенсә, “ҡыҙыу линия”ға һәм 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һауаның зарарлы газдар менән бысраныуына бәйле ете мөрәжәғәт килгән.

Һуңғы тәүлектә 51 тапҡыр үлсәү үткәрелгән, шуларҙың 12-һе – төнгө ваҡытта. Ҡала халҡының заявкалары буйынса күсмә лабораториялар ете тапҡыр урындарға сыҡҡан. Һауала көкөрт диоксидының миҡдары артыу осрағы теркәлмәгән.

Янғын-ҡотҡарыу бүлексәләре һәм оператив төркөмдәр вәкилдәре 73 йортта булып, әңгәмәләр, инструктаждар үткәргән.

Табиптар 119 кешене ҡабул иткән. Уларҙың 63-ө – өлкәндәр, 56-һы – балалар. Дөйөм алғанда, Сибайҙағы тотош эш ваҡытында Өфө табиптарына 18 104 пациент мөрәжәғәт иткән.

Карьерға һыу ағыҙыу графикка ярашлы бара, әле уның кимәле 69,3 метрға еткән.


Вернуться назад