Батыр Заринаға – миҙал, планшет, телефон...14.03.2019
Шаран районының йәш “батыры” – 9 класс уҡыусыһы Зарина Зәкиеваны “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланылар. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 7 мартта ҡыҙ янғындан үҙенең өс туғанын ҡотҡарғайны.

Почетлы награданы һәм бүләккә планшетты уға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев тапшырҙы. Хакимиәт исеменән Заринаға Рәхмәт хаты һәм кеҫә телефоны, ә мәғариф бүлегенән уҡыу өсөн кәрәк-яраҡ менән портфель тапшырғандар. Шулай уҡ Шаран районы кадеттары ла уға символик бүләктәр бирҙе.

– Заринаның ҡаһарманлығы йәш кадеттар, бар район кешеләре өсөн өлгө. Уға һәм уның иҫән ҡалған ҡустыларына һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ, ә ата-әсәһенә лайыҡлы ҡыҙ тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт еткерәбеҙ, – тинеләр Шаран районы хакимиәтендә.





Вернуться назад